Егеттәрҙең солтаны ине...03.04.2015
Егеттәрҙең солтаны ине... Февраль аҙағында Силәбе ҡалаһының Ш. Бабич исемендәге Милли китапханаһында Ҡамса Мортазиндың “Егеттәрҙең солтаны ине...” тигән китабына исем туйы үткәрелде.

— Ҡамса Мортазиндың өсөнсө китабы публицистик булыуы менән үҙенсәлекле, – тип таныштырҙы тантананы алып барыусы Гөлсирә Ғүмәрова.
Арғаяш районынан килгән “Таң нурҙары” әҙәби берекмәһе ағзаһы, шағирә Сажиҙә Хәлилова, китапҡа төплө анализ яһағас:
— Халыҡ тауышын сағылдыра, бер тынала уҡыла. Силәбе өлкәһендә милләт атаһы кимәленә күтәрелгән, ете аҫыл сифатҡа эйә педагог Рафаэль Мөхәмәтйәновтың рухына рухи һәйкәл был, – тип белдерҙе.
Сарала китап бағышланған шәхестең улы Таһир Мөхәмәтйәнов һәм уның туғаны ла ҡатнашты. Улар авторға оло рәхмәтен белдереп, ижади уңыштар теләне.
Магнитогорск ҡалаһынан килгән Файза Мәғәсүмова, Ҡамса Мортазиндың ижтимағи хеҙмәтен юғары баһалап, Магнитогорск ҡала берләштерелгән китапханалар селтәре директоры исеменән рәхмәт хатын тапшырҙы. Арғаяштан Гөлъямал Нәзмиева, Сайма Фазылова, Ҡоншаҡ районынан Венера Нуретдинова, Магнитогорск ҡалаһынан Файза Мәғәсүмова, Сафинә Хәкимовалар ҙа китаптан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Зимфера Ширванова кисәне моңло йырҙары менән биҙәне.
Китаптың авторы Ҡамса Мортазин Рафаэль Мөхәмәтйәнов тураһындағы хәтирәләрҙе субъектив ҡараштан ғына сығып яҙмаған, шәхестең замандаштары, уҡыусылары, коллегалары, ауылдаштары иҫтәлектәренә таянған. Силәбе ерлегенә генә хас мәҡәл-әйтемдәр ҡулланылған яҙмала. Рафаэль Таһир улы­ның шәхесе төрлө яҡтан яҡтыр­тылған. Уҙамандың педагог, мәғрифәтсе, йәмәғәт эшмәкәре, журналист, йырсы, фольклорсы, тыуған яҡты өйрәнеүсе булыуы менән бер рәттән кешелек сифаттарына баҫым яһала. Ысынлап та, яҡташыбыҙ тап ошо мәңгелек ҡиммәт­тәргә эйә булыуы арҡаһында юғары кимәлгә күтәрелә алған бит.
Ҡамса Дәүләтбай улы китаптың исемен һайлауға ла бик яуаплы ҡараған. Уҡыусыларға ул солтан һүҙенең киң мәғәнәгә эйә булыуын ентекле аңлатты. Ә бит тап ошо солтан һүҙе Рафаэль Мөхәмәтйәновты тулыһынса аса кеүек. Ни өсөн тигәндә, милләттәшебеҙ, бер яҡтан, тотош дәүләт яҙмышын хәл иткән солтандар кеүек башҡорт халҡы тор­мошондағы мөһим эштәрҙе башҡара, икенсе яҡтан, солтан һүҙенең башҡа бер мәғәнәһенә — үҙ нәфсеһенә баш булған, изгелеккә, игелеккә өндәгән Аллаһтың салих бер ҡоло сифатына — тулыһынса тап килә.


Вернуться назад