Ун дүрт бала үҫтек әсәй менән...03.04.2015
Ун дүрт бала үҫтек әсәй менән... Гәзиттең “Башҡорт донъяһы” ҡушымтаһын һәр саҡ көтөп алам. Ғүмерем буйы сит өлкәлә көн итеп, Башҡортостанымды һағынып йәшәгәнгә генә түгел, үҙем кеүек милләттәштәремдең, ҡәрҙәштәремдең бар булыуы күңелгә йыуаныс, ҡыуаныс өҫтәй. Әйтерһең дә, “Башҡорт донъяһы” тыуған ерҙәремдән ҡайнар сәләм алып килә лә бер арауыҡҡа булһа ла һағыныуҙарымды баҫа. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк: ошоғаса бер ҙә ҡәләм тибрәткәнем булманы, шуға күрә хаталарымды ғәфү ҡылып, кәмселектәремде артыҡ тәнҡитләмәһәгеҙ ине.

Гәзит биттәрендә төрлө милләт вәкилдәре, төрлө һөнәр эйәләре хаҡында күп яҙалар. Мин иһә донъялағы иң изге, иң мәрхәмәтле, иң ҡөҙрәтле “һөнәр” эйәһе – Әсә тураһында яҙмаҡ­сымын. “Ниндәй һөнәр булһын ул?” тиер ҡайһы берәүҙәр. Миңә ҡалһа, тормошта Әсә булыуҙан да ҙурыраҡ һөнәр юҡ — ул тәрбиәсе лә, табип та, уҡытыусы ла, кер һәм иҙән йыуыусы ла, ашнаҡсы ла, кәрәк икән, баҡсасы ла, хатта водитель дә. Иң мөһиме — ул һәр вазифаһын өсләтә, бишләтә арттырып үтәй, күңел йылыһын йәлләмәй. Ырымбур өлкәһендәге Переволоцк районының Ҡотломбәт ауылында тыуып үҫкән, хәҙер инде Яңы Сергиевка районының Мерәҫ ауылында йәшәгән Мәфтуха Вәли ҡыҙы Мортазина, мәҫәлән, был “һөнәр”ҙе 14 тапҡыр үҙләштергән. Эйе-эйе, 14 тапҡыр. Ун дүрт балаға ғүмер бүләк иткән Мәфтуха апайға берсә һоҡланып, берсә көнлә­шеп, берсә ғорурланып бағам. Йәүҙәт, Азамат, Самат, Морат, Илмира, Нуршат, Гөлнур, Айгөл, Лиза, Ямал, Шәфҡәт, Һиҙиәт, Салауат, Марат... Мәфтуха апай­ҙың ҡыҙ һәм улдарына өҫтәп, кейәү-килендәрен, 13 ейәнен, 10 ейәнсәрен, бер бүләсәрен дә һанай башлаһаң, сикһеҙ байлыҡ та баһа!
...Зәңгәр күҙле, буйға бәләкәс кенә, нескә билле, һылыу ҡыҙ Ҡыуайыр ауылы егете Булат Хайбрахман улына бер күреүҙән ғашиҡ була. Егеттең дә ниндәйе бит әле! Оҙон буйлы, ҡап-ҡара бөҙрә сәсле, оҫта ҡуллы, баянсы, гармунсы, ҡурайҙа ла һыҙҙыртып ебәрә. Күп тә үтмәй, гөрләтеп туй үткәрәләр. Ун дүрт балаға ғүмер бүләк итеп, бер-береһенә оҙаҡ йылдар таяныс булып, тормошто яратып йәшәй белде улар!
Мәфтуха апайҙы тормош ниндәй генә эштә һынаманы: 27 йыл буйына һауынсы булды, ашнаҡсы, балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы бурыстарын да башҡарҙы, иң мөһиме — ҡайҙа ла һынатманы, һәр ваҡыт алдынғылар рәтендә килде. Булат Хайбрахман улы иһә мәктәптә уҡыу-уҡытыу эше менән шөғөлләнде, директор вазифаһында ла булырға тура килде уға. Хатта ауылда мәктәп булдырыуға әллә күпме көсөн һалды, маҡсаттарына һәр ваҡыт өлгәште. Уҡытыусылар ди­нас­тия­һын дауам итеп килгән атайҙың юлын балалары ла дауам итте: ике ҡыҙы, иң өлкән малайы башкөллө мәғариф тармағына сумды.
Тормошта төрлө саҡтар була: ҡайғы-шатлыҡтары, һынауҙары, ҡытыршы юлдары. Ауылдаштарым иһә был мәшәҡәттәрҙән һәр ваҡыт өҫтөн ҡала белде — ниндәй генә хәлдә лә ихтыяр көсөн, кешелек сифаттарын юғалт­маны, ҡаршылыҡтарға би­решмәне, һынманы, һығыл­маны. Кеше тупһаһында йәшәп тә тормош матурлығына һоҡ­лана белделәр, ташландыҡ өймө, емерекме — ҡарап торманылар: барыһын да үҙ көстәре менән рәтләп, йәмләп йәшәргә тырыштылар. Бер нисә тапҡыр (мин белгәне генә ундан артыҡ) күсене­ргә тура килде уларға, хатта Башҡортостанда ла йәшәп алдылар.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Булат ағайыбыҙ был яҡты донъя­ларҙан иртәрәк китеп барҙы. Ауыр миҙгелдәрҙә лә бер-бере­һенә терәк булып, ҡайғыһын, шатлығын да уртаҡлашып, йән йылыһын тойоп, 43 йыл бергә ғүмер кисергәндән һуң бындай “айырылышыу”ҙы Мәфтуха апа­йыбыҙ ауыр кисерҙе. Әммә һынманы. Ауыр ҡайғыны йөрә­генә һыйҙырып, көслө рухлы булып ҡала белде.
“Ҡәҙерлебеҙҙең сикһеҙ түҙем­легенә, ихтыярына, хәстәрлек менән баҡҡан күҙҙәренә, оло йөрәгенә, алтын ҡулдарына һоҡланып бөтөрлөк түгел! Бер­ҙән-беребеҙ, беҙҙең донъябыҙға ҡот өҫтәүсе, күңелебеҙҙе йылытыусы кәңәшсебеҙ. Күҙҙәреңдең изге нуры, йөрәгеңдең ихлас­лығы, ҡулдарыңдың маһирлығы тормошобоҙға йәм өҫтәй. Уның был донъяла бар булыуы менән беҙ бик бәхетле!” — тигәйне Мәфтуха апайҙың ҡыҙы Лиза. Әсә өсөн ошонан да ҙурыраҡ бәхеттең булыуы мөмкин түгелдер...
Мәфтуха апай үҙе лә күп балалы ғаиләлә үҫкән. Иң оло ағаһы Сибәғәт менән еңгәһе Хәлимә тигеҙ ғүмер кисереп, ошо көндәрҙә 89 йәштәрен гөрләтеп үткәреп, йәшәп ята! Бабайҙың хәтерләүенсә, тәүге баланан һуң ғаиләлә йәнә ун сабый донъяға килгән, тик бер-бер артлы үлеп торғандар. Шуға күрә Мәфтуха тыуғас та уға өс йәшенә тиклем 40 ҡораманан күлдәк тегеп кейҙерергә ҡуш­ҡандар. Шөкөр, апайыбыҙҙың тормошо ырыҫлы булды.
Миһырбанлы, барыбыҙҙың да хәстәрҙәрен һыйҙырған оло йө­рә­гең һис ҡасан арыу-һыҙланыу белмәһен, йөҙөңдән шат йылмайыу китмәһен, апай! Яҙмыш асылына бирешмәй, беҙгә бар­лыҡ наҙыңды, мөхәббәтеңде биреп йәшәйһең. Рәхмәт һиңә яҡты йөҙөң, мәрхәмәтле күңелең өсөн, күгебеҙҙә бәхет-шатлыҡ ҡояшы булып балҡы, күтәренке, көр күңел менән йәшә лә йәшә!


Вернуться назад