Матбуғаттың тиражы кемгә бәйле?03.04.2015
Ярты йыл һайын милли матбуғаттың, башҡорт китабының мәнфәғәтен яҡлап журналистар десанты район-ҡалаларға сыға. Эйе, йәмғиәттең алғы сафында торған “дүртенсе власть” вәкилдәре һәр саҡ уҡыусыларына, гәзитте тотоп та ҡарамағандарға матбуғаттың мөһимлеген төшөндөрөргә тырыша. Урал батыр заманынан уҡ бара яҡшылыҡ һәм яманлыҡ көрәше. Шуға күрә һәр заман яуҙарына ҡаршы торорға, үҙебеҙҙең кешелек асылыбыҙға тоғро ҡалырға бурыслыбыҙ.

Әммә башҡорт матбуғатының тиражы кәмей тигәндә, ниңә сәйәсәтте ғәйепләргә, донъяуи проб­лемалар хаҡында лаф орорға күнеккәнбеҙ икән? Америка ла, Мәскәү ҙә, хатта Украина ла ҡарар сығармаған башҡорт матбуғатын алдырмағыҙ тип. Киреһенсә, республика гәзит-журналдарын яҙҙы­рып, һәр кем Башҡортостандың көсөн арттырыуға үҙ өлөшөн индерә алыр ине. Ә беҙ ни эшләйбеҙ: үҙәктәге мәғлүмәт баҫмаларын уҡып, төрлө рәсми булмаған каналдарҙы ҡарап, Интернеттың быс­рағын күрәбеҙ ҙә, бөтөн донъяға нәфрәт уты менән тоҡанып, үҙ тормошобоҙ хаҡында онотоп ебәрәбеҙ түгелме? Махсус рәүештә эшләнмәйме икән былар барыһы ла, тип уйланған кешеләр бар ғына түгел, байтаҡ беҙҙең арала.
Төптән уйлап ҡараһаң, бер етәксе лә үҙ-үҙен тәьмин итә алған, яҙылыусылары баштан ашҡан гәзитте лә, журналды ла яба алмай. Сөнки уның тиражын алдырған халыҡ бар итә, үҙе уның сығыуын көтөп тора. Бәләләрҙең башын әллә кемдәргә һылтарға була, әммә иң төп сәбәп йәмғиәттең би­тарафлығында, минеңсә. Ярай, бер гәзит сығыуҙан туҡтағандан донъя ишелеп төшмәҫ әле, тип фе­керләйбеҙ, күрәһең. Эйе, бәлки, емерелеүен дә еме­релмәҫ ул, әммә “башҡорт рухиәте” тигән моңло донъяның сите кителә башлар түгелме? Ваҡытлы матбуғат, радио, телевидение аша Ш. Ба­бич, З. Вәлиди, Ш. Хоҙайбирҙиндарҙың рухи ҡаһарманлыҡтары хаҡында һөйләйбеҙ, яҙабыҙ. Улар бар иткән, көрәшеп яулаған рухи күтәре­лештәрҙе вайымһыҙлыҡ менән ергә һалып тапау түгелме һуң был? Яуланған үрҙәрҙән кире сиге­нәбеҙ түгелме, милләттәштәр?
Ғаиләләге, хеҙмәт коллективындағы, республи­калағы ғына түгел, ә ҙур Ватандағы, донъялағы, Йыһандағы һәр күренештең бер-береһенә тығыҙ бәйләнгәне хаҡында ғалимдар йыш яҙа хәҙер. Ышаныс һәм өмөт йәшәтә кешене донъяла, ошо тойғолар уны кеше итә. Ниндәй генә ҡаршылыҡтар килеп сыҡҡанда ла, илебеҙ имен, милли, рухи байлығыбыҙ, тулыһынса булмаһа ла, XXI быуатҡа килеп еткән. Үҙенең асылына тоғро ҡалған, матди байлыҡ артынан әллә ни ҡыуып бармаған башҡорт халҡы был дәүерҙә лә моңон һаҡлап, балаларына, ейәндәренә, киләсәк быуынға йөрәк һүҙен, күңел байлығын тапшырыр. Милли матбуғат, башҡорт китабы – ана шул сығанаҡтарҙың береһе.




Вернуться назад