“Рәжәб – Аллаһ Тәғәләнеке, шәғбан – минеке, рамаҙан – өммәтемдеке”03.04.2015
– Бала саҡта өләсәйемдең рәжәб айы тураһында ҙур хөрмәт менән һөйләгәндәре, унда ҡылған ғибәҙәттәргә изгелектең арттырып бирелеүе хаҡында әйткәндәре хәтеремдә уйылып ҡалған. Ошо мәлдә ураҙа тотһаң, сауабы ҙур була икән. Рәжәб тураһында һеҙ ниҙәр әйтерһегеҙ, Нурмөхәмәт хәҙрәт?
Э. ҒӘНИЕВА.
Мәсетле районы.
– Биcмилләһир-рахмәнир-рахим!
Әc-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр! Аллаһ Тәғәлә насип иткәс, яҙға ла аяҡ баҫтыҡ. Раббыбыҙ илебеҙгә именлек, һәр ғаиләгә татыулыҡ, иман бирһен, изге ғәмәлдәребеҙҙе ҡабул ҡылһын, иншаллаһ!
Яҙ беҙҙе күркәм байрамдары менән һөйөндөрә. 8 Март көнөн билдәләп, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға ихтирам-һөйөүебеҙҙе йәнә бер ҡабат иҫбатлаһаҡ, яҡынлашып килгән 9 Май ветерандарыбыҙға оло хөрмәт, илһөйәрлек, Ватанға тоғролоҡ, ғорурлыҡ тойғолары менән тулы буласаҡ. Ошондай байрамдар йәмғиәтте бергә туплай, ниәттәрҙе уртаҡ итә, тимәк, уларҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.
Динебеҙгә килгәндә, әл-хәмдү лил-ләһ, Ай календары буйынса 1436 йылдың рәжәб айына яҡынлашып киләбеҙ. Тәүге мөхәррәм, сәфәр айҙарынан һуң рабиғел әүүәл килде. Унда Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмде иҫкә алып, салауаттар әйттек, Пәйғәмбәребеҙҙең тормош юлын өйрәндек. Артабан рабиғел ахыр, йомадиәл әүүәл айҙарын үттек. Әлеге йомадиәл ахыр имен-аман уҙһа, иншаллаһ, икенсе ярты йыллыҡҡа аяҡ баҫасаҡбыҙ. Уның тәүге айы – рәжәб. Аҙаҡ шәғбан, рамаҙан тыуасаҡ. Ошо өс ай Исламда иң изгеләрҙән һанала. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә: “Рәжәб – Аллаһ Тәғәләнеке, шәғбан – минеке, рамаҙан – өммәтемдеке”, – тигән. Тимәк, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, тиҙҙән Раббыбыҙҙың айына аяҡ баҫасаҡбыҙ.
Изге рәжәб тураһында бихисап хәҙис-шәриф бар. “Был айҙа ҡылынған яҡшылыҡҡа сауап етмеш мәртәбә күберәк яҙылыр”, – тиелгән “Ҡөрьән Кәрим”дә. Рәжәбтә үҙебеҙҙе рамаҙанға әҙерләй башларға тейешбеҙ. Шуның өсөн дә был айҙа бер көн булһа ла ураҙа тотоу хәйерле булыр. Быға, әлбиттә, сауап күп тапҡыр артығыраҡ яҙылыр.
Быйыл рәжәб 19 апрелдә ҡояш байығас башлана. Был айҙа изге рәғәиб кисе лә бар. Ул – Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең атаһы Ғабдулла менән әсәһе Әминә никахлашҡан ваҡыт.
Хөрмәтле ҡәрҙәштәр, Аллаһ Тәғәлә биргән ошо изге айҙа Раббыбыҙ хаҡына бер генә көн булһа ла ураҙа тотайыҡ, ғибәҙәт ҡылайыҡ, барына шөкөр итәйек. Рәжәб айын хөрмәтләп үткәрһәк, бер-беребеҙгә ихтирам-хөрмәт күрһәтһәк, атай-әсәйебеҙҙең, туғандарыбыҙҙың, яҡындарыбыҙҙың хәлен белешеп торһаҡ, һүҙ, ҡул көсө аша уларға ярҙам итергә форсат тапһаҡ, һәр таңды матур теләктә башлаһаҡ, иншаллаһ, Аллаһ Тәғәлә беҙгә үҙ рәхмәтен ебәрер, тормошобоҙға бәрәкәт, йортобоҙға именлек бирер. Әc-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.