14 февраль — Изге Валентин көнө, ул бөтә донъяла Ғашиҡтар көнө булараҡ билдәләнә. Күптәр байрамдың ни өсөн ошолай аталыуын, ҡайҙан килеп сығыуын белеп бөтмәй. Асылда тәрән дини нигеҙе юҡ. Уның тарихы романтик мөхәббәткә бәйле.
Беҙҙең эраға тиклемге III быуатта Рим императоры Клавдий өйләнешеүҙе тыйыусы указ сығара. Ғаилә ирҙәрҙе өйгә бәйләй, ә улар яҡшы һалдат булыу өсөн яратылған, тип иҫәпләй ул. Валентин исемле йәш христиан руханийы указды тыңламай, бер-береһен һөйгән йәрҙәрҙе йәшереп йәрәштерә. “Законһыҙ өйләнешеүҙәр” тураһында белеп ҡалған император уны язаларға һәм үлтерергә ҡуша. Тотҡонда Валентин ваҡыт үткәреү өсөн төрмә начальнигының ҡыҙына мөхәббәт хаттары яҙа. Үлем яҡынлашып килеүенә ҡарамаҫтан, йәштәр араһында ҡайнар мөхәббәт хистәре уяна. Хөкөм алдынан, 270 йылдың 14 февралендә, ул ҡыҙға “Валентиндан” тип кенә яҙылған хушлашыу ҡағыҙы ебәрә. Ул аҙаҡ ғүмерлек мөхәббәт һәм тоғролоҡ символы булып китә. Күп йылдар үтеү менән Валентиндың көлөн Римдағы Изге Плаксидиса сиркәүенә күмәләр, ә ҡапҡаларын “Валентин ҡапҡалары” тип атай башлайҙар. Һуңғараҡ сиркәү уны изгеләр рәтенә индерә, ә ғашиҡтар үҙҙәренең яҡлаусыһы сифатында ҡабул итә.
Был көн бөгөн дә онотолмаған. Ғашиҡтар көнөндә, йола буйынса, бер-береһен һөйгәндәр бүләк бирешә, “валентинка”лар менән алмаша. Ҡатын-ҡыҙ һөйгәненә открытка һәм сувенир, ә ир-егеттәр ҡиммәтлерәк бүләк һәм сәскә гөлләмәһе бүләк итергә тейеш. Әйткәндәй, Изге Валентин байрамының сәскә эмблемаһы – ҡыҙыл рауза. Сөнки, антик легенда буйынса, ҡыҙыл рауза мөхәббәт алиһәһе Афродита арҡаһында барлыҡҡа килгән, имеш. Алиһә үҙенең яраланған һөйгәне янына йүгергәндә, аҡ рауза ҡыуағына баҫа һәм энәләренә аяғын йәрәхәтләй. Уның илаһи ҡаны сәскәне ҡыҙыл төҫкә буяй.