Белорет районының Асы ауылында тыуып үҫкән Хәмзә хәҙрәт Ғәлләмов ошо көндәрҙә 85 йәшлек күркәм байрамын билдәләй. Яҡташтары, тотош республика мосолмандары араһында абруйы ҙур уның. “Хәмзә” хәйриә фонды етәксеһе булараҡ башҡарған изге эштәре һанап бөткөһөҙ. Сирлеләргә, хаж ҡылғандарға, янғындан, ташҡындан зыян күргәндәргә, юл-транспорт фажиғәһенә, башҡа бәлә-ҡазаға тарығандарға һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер. Бер нисә йыл рәттән Белорет районының Ғәбдөк, Берештамаҡ, Йөйәк ауылдарында ҡорбан салдырҙы, был ғәмәлде Өфөләге “Хәмзә” мәсете ҡаршыһында ла даими атҡара. Киләсәктә баш ҡалала ҡорбан салыу өсөн махсус урын һатып алып, изге эште киңерәк йәйелдермәксе.
Хәмзә хажиҙың ярҙамы менән төҙөлгән Өфөләге ғибәҙәтхана, Белорет, Ҡыйғы, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы, Мәсетле, Дүртөйлө, Асҡын, Балтас, Мишкә, Нуриман, Ишембай, Ҡариҙел, Благовещен райондарындағы иман йорттары үҙенә алыҫтан уҡ иғтибар йәлеп итеп, саҡырып тора. Дөйөм алғанда, абруйлы дин әһеле утыҙҙан ашыу мәсет, баш ҡалалағыһы янында мәҙрәсә, никах йорто һалдырыуға өлгәште. Уларҙың ишеге һәр саҡ асыҡ, кеше өҙөлмәй. “Хәмзә” мәсетенең янында рәт-рәт булып урынлашҡан магазиндарҙа хәләл ризыҡ, йәшелсә-емеш һатылыуы ла халыҡтың күңелен был изге ергә тартып торалыр.
Тиҙҙән әлеге ғибәҙәтхана эргәһендә хөрмәтле хәҙрәттең башланғысы һәм ярҙамы менән мәйетте йыуыу, кәфенләү, йыназа уҡыу өсөн махсус бина асыласаҡ. Мәрхүмдәрҙе ерләү йәһәтенән транспорт хеҙмәте күрһәтеү ҙә күҙаллана. Әле Хәмзә хажи шулай уҡ Белорет районының Ғәбдөк, Сермән, Архангелдең Убалар ауылдарында иман йорттары төҙөүгә ярҙам итә. Яҡын киләсәктә тыуған төбәге Берештамаҡ халҡын да мәсетле итеү ниәте менән йәшәй. Әйткәндәй, ошо көндәрҙә шул уҡ ауылда һәм Асыла хәйриә концерты ойошторасаҡ, унда республикабыҙҙағы сәхнә йондоҙҙарының ҡатнашыуы көтөлә.
Халҡының, теленең киләсәге өсөн янып йәшәгән Хәмзә хәҙрәт милли матбуғатты таратыуға ла тос өлөш индерә. “Башҡортостан” гәзитенең дә тоғро дуҫы, бағыусыһы ул. Ошондай хәстәрлегегеҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә!
Хөрмәтле һәм ғиззәтле Хәмзә хәҙрәт Ғәлләмовты ғүмеренең күркәм байрамы уңайынан ихлас тәбрикләп, уға ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ. Эшегеҙҙә, тормошоғоҙҙа тик уңыштар насип булһын, изгелектәрегеҙ үҙегеҙгә йөҙләтә әйләнеп ҡайтһын!
“Башҡортостан”дар.