Әҙәбиәт йүнәлешендәге гимназия кәрәк03.04.2015
Әҙәбиәт йүнәлешендәге гимназия кәрәк (Лариса Абдуллина, “Шиғыр яҙырға өйрәтеп буламы?”, 2015 йыл, 13 март )
Лариса Абдуллинаның мәҡәләһе менән танышҡас, шағирәнең “Белеп торам, был һорауҙы уҡыу менән әҙәбиәтселәр: “Юҡ, шиғыр яҙырға өйрәтеп булмай”, – тип әйтәсәк” тигән һүҙҙәре менән килешмәүемде белдереп, үҙемдең ҡарашым менән уртаҡлашмаҡсы булдым.

Күптән түгел шағирә Әлфиә Әсәҙул­лина менән икебеҙҙе Дим биҫтәһендәге 75-се балалар баҡсаһына осрашыуға саҡырҙылар. Бәләкәстәр өсөн ижад иткән шиғырҙарым булыуға ҡарамаҫтан, кес­кәй­ҙәр янына барғанда һәр ваҡыт айырыу­са ныҡ тулҡынланам һәм борсолам. Етмәһә, былар ҡала шарттарында үҫкән балалар. Өйҙә башҡортса һөйләш­һәләр ҙә, бында күберәк тиҫтерҙәре менән туған телдә түгел, ә урыҫса аралашҡан 6-7 йәшлек бәләкәстәр минең һөйләгәнде аңлармы? Улар менән нисегерәк әңгәмә ҡорорға? Юлда автобуста китеп барам, үҙем һаман уйланам. Шунда башта бер фекер тыуҙы. Ниңә аптырайым әле: үҙем­дең Азаматым менән нисек шөғөл­лән­дем, шулай аралашырмын тигән ҡарарға килдем. Онотмаҫ өсөн ручка, ҡағыҙ алып, балалар хәтерләрлек ябай һүҙҙәрҙән рифмалар яҙып сыҡтым: борсаҡ – ҡурсаҡ, ҡаймаҡ — ҡармаҡ, эт – ит, эш – теш, әсәй – бесәй, ҡар – шар…
Әлфиә Әсәҙуллина бәләкәстәр өсөн З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриә­тендә сыҡҡан китаптар хаҡында һөйләп, үҙенең дә, ҡыҙы Динараның да шиғырҙарын уҡып ишеттергәс, миңә һүҙ бирҙеләр.
– Ә һеҙ рифманың нимә икәнен беләһегеҙме? – тип башланым һүҙҙе, бәләкәс­тәргә мөрәжәғәт итеп. Мине шиғыр уҡый тип көткән балалар аптырап ҡалды. “Юҡ”, – тигән күмәк яуап ишеткәс, кескәй­ҙәргә рифманың нимә икәнен аң­латтым да, әлеге һүҙҙәрҙең бер нисәһен әйтеп, шуларға оҡшаш һүҙҙәр уйларға ҡуштым. Әҙер­лекһеҙ баланан беренсе дәрестә үк ыңғай яуап ишетергә өмөт итеү мөмкин түгел, әлбиттә. Бының өсөн бәләкәйҙән уға шиғыр уҡырға, уның йыр кеүек яңғырағанын, оҡшаш яңғырашлы һүҙҙәрҙең рифма тип аталыуын аңлатырға кәрәк.
Артабан балаларға тап улар йәшендә Азамат улымдың уйлап сығарған шиғырҙарын һөйләп ишеттерҙем.
Мин яратам укропты,
Ул үлтерә микробты.
Бөтәһе лә шарҡылдап көлөп ебәрҙе.
Ашағайным гранат,
Шартламай ҡалдым саҡ-саҡ,
Граната һымаҡ.
Балалар тағы ла рәхәтләнеп көлдө.
Бөтә осрашыуҙы тулыһынса ентекләп һөйләп тормайым. Иң ҡыҙығы: бер нисә көндән әлеге балалар баҡсаһына йөрөгән бер ҡыҙҙың әсәһе, “Китап” нәшриәтендә эшләүсе мөхәррир Алһыу Хәкимова, бына нимәләр әйткән:
– Ҡыҙым баҡсанан ҡайтҡас та, гел: “Мин рифма таптым”, — тип йөрөнө. Шунан: “Мин яратам укропты, ул үлтерә микробты”, — тип һөйләй башланы.
…Күрәһегеҙме, балалар күңеленә ниндәйҙер орлоҡ һалынған бит. Әгәр әсәһе артабан да ҡыҙы менән шөғөл­ләнһә, шиғыр ҙа яҙа башламаҫ тимә.
Тағы үҙемдең улыма әйләнеп ҡайтам инде. Туҡһанынсы йылдарҙа балалар баҡсаһы бик проблема ине. Етмәһә, беҙ яңы биҫтәләге фатирға күскәйнек, автобус йөрөмәй, балалар баҡсаларында урын юҡ. Ахырҙа, улыма өс йәш тулһа ла, тағы ике йыл өйҙә ултырып эшләргә тура килде. Балаға бөтә нәмә биш йәшкә тиклем һалына, тиҙәр. Мин дә уға әкиәттәр, шиғырҙар уҡыйым, төрлө темаға һөйлә­шәбеҙ. “Әгәр мин президент булһам, нимә эшләр инем” кеүек проблемаларҙы ла ҡалдырманыҡ хатта. Улар бөтәһе лә магнитофон таҫмаһына яҙылған. Шул йәш­тәге баланың фекер йөрөтөүенә, фан­та­зияһына шаҡ ҡатырлыҡ!
Азамат менән дә рифма уйлап сығара башланыҡ. Улар ҙа айырым бер дәф­тәрҙә теркәлә барылды. Был бер ваҡыт гел рифма уйлап тик йөрөй башланы. “Ә хәҙер һин уларҙы ҡулланып, шиғыр яҙып ҡара”, — тинем бер көндө уға. Шулай итеп, бәләкәс кенә ижад емештәре тыуҙы. Ул хатта шул тиклем мауығып китте, утты һүндереп йоҡларға ятҡас та юрған аҫтында фонарь тоҡандырып, нимә менәндер булыша. “Ни­мә эшләйһең ул, улым?” — тиһәм, “Шиғыр яҙам”, — ти. “Бәй, улай яҙырға кәрәк булғас, ыҙаланма ҡараңғыла, бар, аш бүлмәһендәге утты яндыр ҙа шунда ултыр”, — тим. Ул саҡта бишенсе класта уҡый ине инде. Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге һынлы сәнғәт гимназия-интернатына уҡыр­ға барғайны. Әлеге шиғырын урыҫ­са яҙған. Уҡы­тыу­сыһы Ольга Михайловна Ляшнаның иҫе киткәйне. Мөхәббәт тура­һында шундай фәлсәфәүи шиғыр! Проза теле менән генә иҫемдә ҡалғанса мәғәнәһен аңла­тырға тырышам: “Ике ярҙа ике ағас үҫә: береһе — ҡайын, икенсеһе — имән. Улар бер-береһенә һоҡланып, ғашиҡ булған, тик уртала — йылға, бергә булырға юҡ сара. Бына көҙ етә, ике ағастың да япраҡтары елгә ҡойолоп төшә лә, ниһа­йәт, ике йөрәк кеүек ике япраҡ йылғала бергә йәнәшә ағып китә…” Был шиғырҙы уҡып, мин үҙем дә тетрәндем һәм ҡурҡып киттем. Ун-ун бер йәшлек бала нисек яҙҙы икән уны?
Ә урыҫса яҙа башлауының сәбәбе бер ҙә ябай түгел. Ниһайәт, биш йәше тулғас, яҡындағы балалар баҡсаһынан урын алыуға өлгәштек. Башҡа төркөмдә урын булманымы, Азаматты мәктәпкә бара торған ете йәшлектәр янына урынлаш­тырҙылар. Ике тәрбиәсеһе лә татар милләтенән булды. Әллә үҙҙәре йүнләп туған телдәрен белмәне, минең: “Азамат ошоғаса өйҙә генә булды, бөтәһен дә аңлаһа ла, урыҫса башта бик һәйбәт һөйләшә алмаҫ, һеҙ әҙерәк үҙебеҙсә аралашығыҙ инде уның менән”, — тип әйтеүемә әллә ни иғтибар итмә­неләр. Киреһенсә, һорағандарына ҡапыл яуап ҡайтара алмай торһа, “молчишь, как ры­ба” тип баланан көлөп, башҡорт теленә ҡарата икенсе ҡараш уяттылар. Балалар баҡсаһындағы иртәлектәрҙә, башҡортса шиғыр уҡы, тиһәң, юҡ, тик башҡортса түгел, тип теше-тырнағы менән ҡаршы тор­ҙо, сөнки бүтәндәрҙең көлөүенән оялды.
Бына шундайыраҡ тарих. Ҡайһы бе­рәү­ҙәр Азаматтың шиғыр яҙыуына ышанмайынса, әсәһе үҙе ижад итәлер, ти­еү­селәр ҙә булды. Улары – һәр кем­дең үҙ намыҫында. Ошо һүҙҙәрҙе, бәлки, Азаматҡа туранан-тура һиҙҙе­реүселәр булмаһа ла, күңеле менән тоймай ҡалмағандыр: “Һин яҙа тип әйтәләрҙер әле”, – тип тә ысҡындырғыланы. Ә уның ике-өс дәфтәр урыҫса ижад иткән шиғырҙары бар. Мин бит ул телдә яҙа алмайым уның өсөн. Ана шулай шиклә­неү­ҙәр, ышанмауҙар ҡулына һуҡҡан кеүек булды.
Быларҙы тәфсирләп һөйләүемдең һө­ҙөм­тәһе шул: баланы шиғыр яҙырға өй­рәтеп була, музыка ҡоралында уйнарға өйрәткән кеүек. Ә артабан шағир булып китәме-юҡмы йәки ниндәй ижадсы тыуа – уныһы киләсәк эше. Шиғыр яҙырға өйрәнеүе мотлаҡ шағир­лыҡҡа дәғүә итеү түгел дә, әммә шиғри йөрәкле кеше булып үҫеүе уның шәхесенә йоғонто яһамай ҡалмай.
Уҡыусыла тағы ла шундай һорауҙар тыуыр: “Ә ниңә урыҫса шиғырҙарын матбуғатта баҫтырмай һуң улығыҙ?” Шулай тип ҡыҙыҡһыныусылар ҙа булды. Үҙем дә бирҙем Азаматҡа был һорауҙы.
“Шиғыр – ул шәхси тойғоларым. Ярат­ҡан ҡыҙым кеүек. Әгәр уларҙы баҫ­тыр­һам, ҡәҙерле кешемде ҡулдан-ҡулға ебәр­гән кеүек була, бөтә кеше­некенә әй­ләнә”, – тип яуап ҡайтарҙы улым. Был ва­ҡытта ул мәктәпте лә тамамламағайны әле.
Ирем Нияз Мәһәҙиев шиғырҙарын баҫ­тыр­мауҙың сәбәбен шулайыраҡ аңлата: үҙ балаңды балалар йортона биргән кеүек була.
…Икенсе яҡтан, тағы бер фекерҙе лә әйтмәй булмай: мәктәптәрҙә уҡытыу­сылар балаларҙан мотлаҡ шиғыр яҙҙы­рырға тырыша, ә башта уларға шиғыр төҙөлөшө, рифма, ритмдың ни икәнен аңлатыуҙы, уларҙың яҙғанын уҡып, тик­ше­реүҙе кәрәкле тип тапмай. Һөҙөмтәлә, хатта өлкән кластағы уҡыусылар ҙа дүрт юлға теҙелгән һүҙҙәр теҙмәһе ебәрә. “Йәншишмә”лә дүрт тиҫтә йыл эшләү осоронда бындай миҫалдарға күп тапҡыр шаһит булырға тура килде. Аптырағас, шиғыр тип ебәргән нәмәһен мәҡәлә итеп тә әҙерләп бирә инем. Күңелендә шиғри осҡон йөрөткән, ниндәйҙер һәләте булған, әҙәбиәтте яратҡандар ғына артабан ысын шиғыр ижад итә алалыр.
Шәхесте ғаилә, мәктәп һәм мөхит тәрбиәләй, тибеҙ. Әлбиттә, бала иң беренсе өлгөнө өйҙән ата-әсәһе, олатай-өләсәһе, яҡын туғандарынан ала. Ғаилә тәрбиәһе күп нәмәгә нигеҙ һала. Рес­пуб­ликабыҙҙа әҙәбиәтселәр ғаиләләрендә династия күпләп барлыҡҡа килеүенең дә һөҙөмтәһе был. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең улы Илгиз Кәримовтың, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның улы Юлай Әминевтең, күренекле әҙиптәр Рә­шит Шәкүрҙең ҡыҙы Шәүрә Шәкүро­ваның, Гөлфиә менән Мирас Иҙелбаев­тарҙың улы Артур Иҙелбаевтың, Баш­ҡорт­остан­дың халыҡ шағиры Факиһа Туғыҙбае­ва­ның ҡыҙы Зөлфиә Күскил­ди­на­ның, бил­дәле шағир Рауил Шаммастың улы Алмас Шаммасовтың әҙәбиәткә килеүе юҡтан ғына түгел. Иманым камил: улар ҙа тәүге әҙәби дәрестәрҙе ата-әсәһенән алғандыр.
Ошо уңайҙан тағы бер мөһим фекерҙе әйткем килә. Республикабыҙҙа сәнғәт йү­нәлешендәге бер нисә гимназия, мәктәп, лицей бар. Мәҫәлән, Өфө дәүләт сәнғәт академияһы эргәһендәге махсус музыка мәктәп-интернаты (хәҙер колледжға әйләнде), Ғәзиз Әлмөхәмәтов исе­мендәге музыка гимназия-интернаты, Рудольф Нуриев исемендәге хореография колледжы, Ҡасим Дәү­ләткилдеев исе­мен­дә­ге һынлы сәнғәт ги­м­на­зия-ин­тернат, иҡти­сад лицейы һәм башҡалар. Ә ниңә республика кимәлендә әҙәбиәт йүнә­лешен­дәге гимна­зия-интернат юҡ? Баш­ҡорт­останда күпме та­лант­лы бала бар. Рәсем төшөрөргә, музыка ҡора­лында уйнарға өй­­рәткән кеүек үк, шиғыр, хи­кәйә, драма яҙырға, тәржемә итергә, публицистикала, тәнҡит өлкә­һендә, сатира һәм юмор буйынса үҙҙәрен һынап ҡарарға мөмкинлек булыр ине.
Ул сағында, мәҫәлән, тәрже­мәсе­ләр әҙерләр өсөн Мәскәүгә уҡы­тырға ебәреү­ҙең дә кәрәге ҡалмаҫ. Заманында баш ҡалаға барып белем алып ҡайтҡан әҙиптәр хәҙер үҙҙәре бында дәрес бирер ине. Мин ул гимназия-интернаттың нин­дәй булырын, әҙәби жанрҙар буйынса дәрестәр инеүен, яҙыу­сыларҙың оҫталыҡ дәрестәре биреүен күҙ алдыма килтерәм хатта. Һәр нәмәне ҡайҙандыр көтөп ятыр­ға түгел, ә урында, үҙебеҙҙә хәл итеү сараларын да күрергә кәрәк түгелме икән?
Тағы бер миҫал килтерергә мәжбүр­мен. Улыбыҙ Азамат 20-се Өфө ҡала баш­ҡорт гимназияһында уҡығанда, баш­лан­ғыс кластарҙа тәржемә менән шөғөл­лән­дерәләр ине. Мин аптырай тор­­ғай­ным: бәләкәй балаларға тәржемә нимәгә икән тип. Башҡортсанан – урыҫ­саға, урыҫса­нан башҡортсаға төрлө тексты ауҙарып, ҡала балаһы ике телде лә ныҡлап өйрәнгән бит, йәнә лә тел нескәлектәре менән дә танышҡан, һүҙлек менән эшләү тәжрибәһе лә туплаған. Унан һуң төрлө әкиәт яҙырға ҡушалар ине. Бер үк темаға кластағы 25 бала шундай мауыҡтырғыс, мажаралы тылсымдар ижад иткәне хә­терҙә. Баш­ҡорт­остандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Арал­баевтың ейән­сәре Гөлнур Ҡара­бу­латованың, Свет­лана Вахитова­ның һәм тағы бер нисә уҡыу­сының әкиәт­тәрен “Йәншишмә”лә баҫ­тырып та сығарғайныҡ. Нисәмә йыл үткәс тә һаман шуларҙы иҫләүем үҙе үк балалар ижа­дының ни тиклем сағыу булыуы хаҡында һөйләй түгелме?!
Ана шундай уйҙарға һалды мине Лариса Абдуллинаның ҡарап тороуға бәлә­кәй генә мәҡәләһе. Әммә ул, ысынлап та, бик ҙур мәсьәлә. Музыка һәм һынлы сән­ғәт гимназиялары кеүек, әҙәби йүнәлештә эшләгән гимназия-интернат та күптән бу­лырға тейеш республикабыҙҙа! Моғайын, Мәғариф министрлығында быға ҡаршы килмәҫтәр, сөнки уның етәксеһе Әлфис Ғаязов үҙе лә – Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Мәсьәләне Хөкүмәт кимәлендә күтәреп сығарыу ғына кәрәк.




Вернуться назад