Өләсәйем ғүмер буйы көттө03.04.2015
Өләсәйем ғүмер буйы көттө Яугирҙәрҙе иҫкә алғанда, ҡартатайым, әсәйемдең атаһы Халиҡ Ҡорбанғәле улы Юнысбаев, хаҡында ла хәтирәләр биләй күңелде.


Ул 1914 йылда Баймаҡ райо­нының Йомаш ауылында тыу­ған, 1933-тә өлә­сәйем Шәрифә Сәйғәфәрова менән ғаилә ҡор­ған. Тормоштарына йәм өҫтәп, тәүге балалары – әсәйебеҙ Ра­зия – тыу­ған. Ҡартатайым 1934 – 1938 йыл­дарҙа Ҡы­ҙыл Армия сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, икенсе ҡыҙҙары Мәҡсүдә апай донъяға килгән. Ауылындағы колхозда бригадир булып эш башлаған ҡартатай.
Һуғыш башланғанда колхозсылар бе­сәнгә төшкән мәл була. Ҡартатайым да был ваҡытта ҡырҙа эшләй. 1941 йылдың июлен­дә бесәнлеккә сапҡынсы малай Хөрмәт Алсынбаев килеп, уға хәрби комиссариаттан са­ҡырыу ҡағыҙы тоттора. Һуғышҡа киткән һалдаттарҙы халыҡ ауыл осона тиклем оҙатып бара. Әсәйем бә­ләкәс һеңлеһе Мәҡ­сүдә апайҙы ҡарай, шуға ла атаһы менән илай-илай өйҙә генә хушлаша. Өсөнсө ҡыҙы Мәүлехә апай яу ҡырында ятып ҡалған атаһын тик фотоларҙан ғына ҡарап белә – ҡәҙерле ҡартатайыбыҙ 1944 йылдың октябрендә Литва ерен фашист илбаҫарҙарынан азат иткәндә һәләк була. Унда өс көн буйы бик ҡаты алыш барған, тип яҙа­лар тарихта. 1944 йылдың 12 ок­тябрендә ҡартатайым­дың үлеме хаҡында “ҡара ҡағыҙ” кил­те­рәләр.
Кем өсөндөр 1945 йылда тыныслыҡ урынлашҡан, тик яуҙа ирҙәрен, балаларын юғалтҡан­дар өсөн һуғыш әле лә туҡта­мағандыр. Шәрифә өләсәйем дә һөйгәне Халиҡтың иҫән-һау ҡайтырына бар күңе­ле менән ышанды, өмөтөн һүндер­мәйсә, һуңғы көнөнә тиклем көттө! 1995 йылда 86 йәшендә мәрхүмә булды ул.
1985 йылдың 9 майында Бай­маҡ хәрби комиссариатына Лит­ваның Кидуляй ауылынан “Ха­лиҡ Ҡорбанғәле улы Юныс­баевтың ҡәбере табылды” тигән хат килгәйне. Уны урындағы мәк­тәптең йәш эҙәрмәндәре яҙған. Өләсәйемде үҙҙәренә саҡырып та ҡаранылар, тик уға барырға тура килмәне: олоғайғайны, ара ла яҡын түгел. Был бурысты Йомабай ағайым үтәне. Ул ҡарта­тайымдың ҡәберенә ба­рып, бер ус тупраҡ алып ҡайтты, эҙәр­мән­дәр менән дә осрашты.
Литва еренән, туғандар ҡә­бер­легенән алып ҡайтҡан туп­раҡты ҡартатайҙың балалары, ейән-ейәнсәрҙәре йыйылып, 9 май­ҙа өләсәй янына күмеп, таҡтаташ асты. Бөгөн ҡарта­тай­ҙың өс ҡыҙынан 19 ейән-ейән­сәре, 57 бүлә-бүләсәре бар.
1944 йылдың 16 октябрендә Хөкүмәт ҡарары менән һуғышта күрһәткән ба­тырлығы өсөн ҡә­ҙерле ҡартатайыбыҙҙы – Халиҡ Ҡорбанғәле улы Юнысбаевты – орден менән бүләкләгәндәр. Уның хаҡында яҡты хәтирә беҙҙең күңелдә мәңге һаҡланыр. Һинең рухың алдында беҙ баш эйәбеҙ, батыр ҡартатайыбыҙ!







Вернуться назад