Милли ризыҡ бешерергә өйрәнәләр03.04.2015
ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерлек осоронда Өфөлә башҡорт милли аштарын әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо.

Дәрестәргә республикабыҙҙың баш ҡалаһындағы төп ресторандарҙың ашнаҡсылары һәм профилле уҡыу йорттарының студенттары саҡырылды. Сауҙа буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, йәштәрҙе ҡаҙылыҡ, ҡабырға, тултырылған тауыҡ кеүек ризыҡтарҙы әҙерләү серенә өйрәттеләр. Сараны Башҡортостандың Кулинарҙар, рестораторҙар һәм отельерҙар ассоциацияһы ойошторҙо.
– Беҙ үҙенсәлекле милли аш-һыу тәҡдим ителгән республикала йәшәйбеҙ. Йолаларыбыҙҙы һаҡлап, ҡунаҡтарҙы ошо ризыҡтар менән һыйларға тейешбеҙ. Райондарға сәфәргә сыҡҡанда оло быуын кешеләре менән аралашырға, аш-һыу әҙерләү серҙәренә төшөнөргә тырышам. Халҡыбыҙ йолаларын һаҡларға тап өлкәндәр булышлыҡ итә, — тине “Башпотребсоюз”дың бүлек етәксеһе Татьяна Яковлева.
Башҡортостандың Сауҙа буйынса дәүләт комитеты башланғысына ярашлы, ресторандар үҙ менюһына милли аш-һыуҙы индерә һәм ашнаҡсылар әҙерләй. Бындай оҫталыҡ дәрестәре Өфөлә артабан да дауам итәсәк.






Вернуться назад