“Өфө” аэропортының халыҡ-ара терминалы тәғәйенләнгән ваҡытта сафҡа индерелде. Контроль-күҙәтеү органдары һәм подряд ойошмалары вәкилдәре менән уҙғарылған кәңәшмәлә республика буйынса Баш федераль инспектор Андрей Чечеватов ошо турала хәбәр иткәйне. Объектты ваҡытында файҙаланыуға тапшырыу мәсьәләһе һөйләшеүҙең төп темаһы булды. Уны эшкә ҡушыу, көйләү бурысын тормошҡа ашырыу, экспертиза үткәреү, шулай уҡ документтар пакетын әҙерләү буйынса берлектәге план төҙөлдө.
Андрей Чечеватов “Ростехнадзор” хеҙмәткәрҙәрен подрядсы ойошмалар менән әүҙем бәйләнештә эшләргә саҡырҙы.
– Дөйөм алғанда, заказсы, башҡарыусы һәм контроль-күҙәтеү органдары вәкилдәре араһында аңлашылмаусанлыҡ юҡ. Һеҙ тәүлек әйләнәһенә эшләйһегеҙ, шуға күрә “Өфө” аэропортының халыҡ-ара терминалы ваҡытында сафҡа индерелер, унда граждандарыбыҙ заманса технологияларҙы тулыһынса файҙаланыр тип ышанам, — тине Андрей Чечеватов.