ШОС-тан ғалимдар килде03.04.2015
Өфөлә “ОКО-2015” Бөтөн Рәсәй офтальмология фәнни-ғәмәли конференцияһы булды. Унда Рәсәйҙең һәм Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы илдәренең йәш ғалимдары, студенттары ҡатнашты.

– Конференция өсөнсө тапҡыр уҙғарыла. Мәғлүмәттәргә күҙ һалғанда, ул үҙен тәжрибә алмашыу, күҙ дауалаусы йәш табиптар менән өлкән быуын коллегалары араһында ғилми тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләрен тикшереү майҙансығы булараҡ күрһәтте. Сараның географияһы ла киңәйә. Былтыр ул төбәк-ара булһа, быйыл тотош Рәсәй кимәленә сыҡты. Быларҙың барыһы ла йәш белгестәрҙең конференцияға ҡыҙыҡһыныуын сағылдыра, офтальмологияны үҫтереүгә булышлыҡ итә, — тине БДМУ-ның кафедра мөдире Булат Аҙнабаев.
Сара программаһы фәнни, белем биреү һәм ғәмәли өлөштәрҙән торҙо. Уларҙың тәүгеһендә ғилми тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәләрен сағылдырған докладтар тыңланды. Һуңынан юғары технологиялы офтальмология операциялары күрһәтелде. Белем биреү блогында өлкәләге көнүҙәк мәсьәләләр буйынса лекциялар тәҡдим ителде. Симпозиум барышында өр-яңы офтальмология ҡорамалдары менән таныштырыу сараһы ойошторолдо.




Вернуться назад