“Атола”ға рәхим итегеҙ!03.04.2015
“Атола”ға рәхим  итегеҙ!ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерлек программаһына ярашлы, Өфөлә тәүге отель – “Атола” ҡунаҡханаһы – асылды. Гоголь урамындағы был мөһабәт бинаны “Прогресс” фирмаһы төҙөнө.

Ҡунаҡхананың дөйөм майҙаны – 8,3 мең квадрат метр. Стандарт бер урынлыҡтарҙан алып президент апартаментына тиклем кимәлдәге 108 номер классик стилдә биҙәлгән, барлыҡ уңайлыҡтар булдырылған. Бынан тыш, “Атола”ла 50 кешелек рес­торан, 25 кеше һыйҙырышлы конференц-зал бар. Ял итеүселәр шулай уҡ 80 машиналыҡ ер аҫты һәм 20 урынлыҡ ер өҫтө автоҡуналҡаһынан файҙалана ала.
Төҙөлөшкә һалынған шәхси инвестициялар 600 миллион һумға етә. Проект үҙ хаҡын ете-һигеҙ йылдан ҡаплаясаҡ тип фаразлана.
– “Атола” саммит ҡунаҡтарына ғына түгел, Өфөлә үткәрелгән “Ҙур химия”, “БРИКС Рәсми советы ултырышы” кеүек башҡа мөһим саралар өсөн дә уңай буласаҡ. Ҡунаҡхананың төбәктә эшлекле туризмды үҫтереүгә өлөш индереренә ышанабыҙ, – ти “Өфө-2015” ШОС һәм БРИКС офис-төркөмө директоры Николай Фадеев.






Вернуться назад