“Һәр ауылдың киләсәге бар”03.04.2015
“Һәр ауылдың киләсәге бар” Район биләмәләре иҡтисади яҡтан бер кимәлгәрәк ҡуйылып, отчеттарға, статистика мәғлүмәттәренә ҡарап ҡына фекер йөрөтөлһә лә, дөрөҫөн әйтергә кәрәк: аграр сәнәғәт менән генә шөғөлләнгәндәргә ауырыраҡҡа төшә. Бигерәк тә баҙар шарттарында, илебеҙҙе ҡоршаған төрлө санкциялар ваҡытында. Бөгөн Күгәрсен районының социаль-иҡтисади хәле нисек? Халҡы ни менән мәшғүл, нисек көн итә? Ошо һәм башҡа һорауҙарҙы район хакимиәте башлығы Фәрит Мусинға йүнәлттек.

— Фәрит Мырҙагилде улы, моға­йын, һүҙҙе иң тәү ауыл хужалығынан башлайыҡтыр...
— Беҙҙең халыҡ өсөн быйылғы 2015 йыл бик ҙур ваҡиғаларға бай: Еңеүҙең 70 йыллығы, райондың барлыҡҡа килеүенә — 85 йыл, шулай уҡ Әҙәбиәт йылы. Күп эш башҡарыла. Әйтәбеҙ бит инде, бөгөн “көрсөк” тип. Ул районда һиҙелмәй. Бөтә предприятиелар ҙа эшләп килә, ауыл хужалығында ҙур ғына үҙгәрештәр бар. Мәҫәлән, республиканың “500 ферма” маҡсатлы программаһы тормошҡа ашырыла. Һөт һауып алыу йылдан-йыл арта, шулай уҡ ит етештереүҙә лә ыңғай күрһәткестәр бар. Алда телгә алған программа буйынса “Иртөбәк” йәмғиәтенең Ялсы фермаһы тулыһынса реконструкцияланды. Һуңғы йылдарҙа ҡоролоҡ йонсотһа ла, иген, көнбағыш, сөгөлдөр үҫтереү буйынса һынатҡан юҡ. Әйт­кәндәй, крәҫтиән (фермер) хужа­лыҡтары һөрөнтө ерҙәрҙең 15 процентын эшкәртә, ауыл хужалығы продукцияһының 10 процентын етештерә.
— Һеҙҙең район, образлы итеп әйт­кәндә, күгәрсен осҡан бейеклектән ҡарағанда ла төҙөлөш майҙанын хә­тер­ләтеп ҡуя. Төҙөлөш һәм... “көрсөк”. Нисек кенә тимә, бер “ҡаҙан”ға һый­маған төҫлө был ике төшөнсә.
— Ысынлап та, төҙөлөш буйынса ҙур эш башҡарыла. Бөгөн район үҙәгендә 120 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлә. Алла бирһә, августа сафҡа индереләсәк. Шундай матур килеп сыҡты. Үҙебеҙҙең Хөкү­мәткә, республика Башлығына рәхмәт­лебеҙ. Районға ҙур ярҙам күрһәтелә. Беҙҙә — 113 ауыл. Һәр береһендә нимә­лер эшләнә. Уҙған йыл, социаль торлаҡ төҙөү программаһына ярашлы, Мораҡта бөтөн инженерлыҡ структураһы менән ике ҡатлы йорт файҙаланыуға тапшырылды. Тағы күп фатирлы өс йорт төҙөү өсөн ер бирелде. Биш етем балаға фатир асҡысы тапшырылды. Күп балалы һәм инвалид бала тәрбиәләүсе 153 ғаиләгә шәхси йорт төҙөү өсөн дә ауылдарҙа участкалар бүленде. Прогресс утарында ярымфабрикаттар, кулинария һәм ҡамыр ризыҡтары етештереү буйынса фабрика эш башланы. Декабрҙә Йомағужала йәш инвалидтар өсөн 60 урынлыҡ реабилитация үҙәге файҙаланыуға тапшырылды. Ибраһим, Үрге Сирбай мәктәптәренә газ үтте. Кузьминовка һәм Ҡортйылға утар­ҙарына, Мораҡтың Йәштәр биҫтәһе­нә газ үткәргестәр ҡуйылды.
Юлдарға килгәндә, Күгәрсен юл төҙөү-ремонтлау идаралығы 227 миллион һумдан ашыу (үҙ көстәре менән 208 миллион һумлыҡ) эш башҡарған.
— Юл тигәндән, бик күп нәмә уға бәйле икәне бөтәбеҙгә лә мәғлүм. Әммә шул арҡылы ғына ла һеҙ бер ауылды бөтөрмәйенсә алып ҡалған­һығыҙ, тип ишеттек.
— Тирмән тигән ауыл ине ул. Бер генә йорт ҡалғайны, хужаһы, малайы уҡырға барырға булғас, миңә килде лә: “Мораҡҡа күсәм, юл юҡ, баланы йөрөтөргә кәрәк”, — ти. Мин әйтәм, һин күсмәйһең, беҙ унда юл төҙөйбөҙ, тинем. Юл эшләнек. Урман төпкөлөндә булһа ла, урамда ут янып тора. Зыяраттарын матур итеп кәртәләп бирҙек. Хәҙер ағастан ике ҡатлы йорт төҙөүсе лә бар, өйҙәр һаны 11-гә етте.
Ҙур эш башҡарыла ауыл ерендә...
— Рәсәйҙә һуңғы ике тиҫтә йылда 20 меңгә яҡын ауыл юҡҡа сыҡҡан тип иҫәпләнә. Һеҙҙә 103-кә тағы бер ауыл өҫтәлергә тора. Бөткән тигән Тир­мән­дән башҡа.
— Тирмән исемлектән сығарыл­ма­ғай­ны. Уның, ғөмүмән, барлыҡ ауылдарҙың да киләсәге бар. Өҫтәлергә торған 104-сеһе Сығырыш тип атала. Элек бөт­кән ауылды тергеҙеп ятабыҙ. Законды боҙмайынса, унда йәшәргә теләгән ке­шегә ер бирәбеҙ. Халыҡ малсылыҡ менән шөғөлләнә, тәбиғәт бик матур, ҡортсо­лоҡҡа тотона. Күп кенә кеше ситтән ҡайтып, өйҙәр һала.
— “Күгәрсендәй гөрләшеп йәшәй күгәрсендәр” тип әйтер инек һеҙҙә үткән мәҙәни сараларға, клубтарҙы йүнәтеү, үҙгәртеп ҡороу эштәренә ҡарап.
— Эйе, һуңғы йылдарҙа ғына ла 11 клубҡа капиталь ремонт яһалды. Барыһында ла мебель, сәхнә ке­йемдәре, музыка ҡоралдары яңыртылды. Эш туҡтап ҡалманы, һаман бара. Бына Исем ауылында клубты Еңеү байрамына ремонтлап бөтәбеҙ. Шулай уҡ Төпсәндә клуб менән фельдшер-акушерлыҡ пункты эш­ләнеп килә. Әле районда ауыл билә­мәләре араһында Бөйөк Еңеүгә — 70, районға 85 йыл тулыуға арналған эстафета бара. Төрлө спорт, мәҙәни саралар үткәрәбеҙ. Һәр аҙна һайын ауылдарға сығып, халыҡ менән осрашабыҙ. Был да бик мөһим: күп мәсьәләне урындарҙа хәл итергә тырышабыҙ.
Мәҙәни өлкәлә проблемаларҙың да осона сығаһы бар: бөгөн 20 клубҡа капиталь ремонт талап ителә, ә 5-еһен ныҡлап эшләргә кәрәк.
— Халыҡты эш менән тәьмин итеүгә эшҡыуарлыҡ тос өлөш индерә...
— Районда 667 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты теркәлгән. Уҙған йылда ғына ла яңы 90-ы барлыҡҡа килде. Эшҡыуарлыҡта иҡтисади әүҙем халыҡ­тың яртыһы мәшғүл. Уларҙың тауар әйләнеше 2,6 миллиард һумға етә. Район бюджеты табышының 30 проценты — бәләкәй һәм урта предприятиеларҙан килгән аҡса. Быларҙың барыһы ла кешеләрҙең эшкә мөнәсәбәтен күрһәтә. Күптәр ситтә генә түгел, үҙебеҙҙә лә эшләп, матур итеп йәшәп булғанлығын аңланы.
— Сер түгел, ауылдарҙың киләсәге туранан-тура мәктәптәргә бәйле. Мәға­риф яғынан һеҙҙә хәлдәр нисек?
— Районда 56 муниципаль белем биреү учреждениеһы бар. Уларҙа 455 уҡытыусы һәм 69 өҫтәмә белем биреү педагогы эшләй. Былтыр Тәүәкән урта мәктәбе бинаһы ремонтланды, яңы спортзал, ҡаҙанлыҡ һәм гараж төҙөлдө. Моҡаста башланғыс мәктәбе лә булған социаль-мәҙәни усаҡ сафҡа инде. Яңы Хвалын урта мәктәбендә реконструкция бара. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡулайлаш­тырыу һөҙөмтәһендә Бикбулаттағы урта мәктәп төп белем биреү усағы булып ҡалды. Уҡыусылар булмау сәбәпле, Солтанғол, Түләбай, Үрге Бикҡужа мәк­тәп­тәре ябылды. Районда 23 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы бар. Үткән йыл Сәйетҡолда 18 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы асылды. Мораҡтың Төньяҡ биҫтәһендә 120 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлә башланы, ул быйыл файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Әйткәндәй, балаларҙың белемгә ынтылыуы ҡыуаныслы. Мәҫәлән, уҙған йыл мәктәп тамамлаған 222 уҡыусының 145-е юғары уҡыу йорттарына инде. V – XI кластарҙан 18 үҫмер хәрби кадет учреждениеларына барҙы, был — ауыл райондары араһында иң юғары күрһәткес.
Әлбиттә, бихисап эш башҡараһы бар. Иң мөһиме — етәкселектең халыҡ менән аңлашып-килешеп, һәр бурысты тейешенсә ғәмәлгә ашырыуы.



Вернуться назад