Ысын тәрбиә мәктәбе онотолмаһын03.04.2015
“Студенттар төҙөлөш отряды” һүҙбәйләнеше Советтар Союзы осоронда юғары уҡыу йорттарында белем алғандар, бөгөн инде сәстәренә сал төшкәндәр өсөн оло мәғәнәгә эйә. Көн буйына һуҙылған эштән һуң, арыу-талыуҙы онотоп, кистәрен усаҡ янында йырлашып ултырыуҙар күптәрҙең хәтерендә әле лә йылы хистәр булып һаҡлана.
Йәйге хеҙмәт семестрына әҙерлек апрелдә башлана торғайны. Ошо айға аяҡ баҫыу форсатынан файҙаланып, “Студенттар төҙөлөш отряды һеҙҙең өсөн нимә ул?” тигән һорау менән ошо хәрәкәт ветерандарының бер нисәһенә мөрәжәғәт иттек.


Фәнил Ҡоҙаҡаев, Башҡорт дәүләт университетын 1979 йылда тамамлаған, студенттар төҙөлөш отрядының элекке командиры:
– БДУ-ның филология факультетына ин­гәнсе әҙерлек бүлегендә уҡыным, шуға ла студенттар төҙөлөш отрядында биш миҙгел эшләнем. Уларҙың икеһендә отряд командиры булдым, 1978 йылда интернациональ төҙөлөш отряды менән ул ваҡыттағы ГДР-ҙың Галле округына барҙым. Был осорҙо тормош китабымдың иң иҫтәлекле биттәре тип һанайым.
Төҙөлөш отряды йәштәрҙе үҙаллылыҡҡа өйрәтте, уны ысын тәрбиә мәктәбе тип атар инем. Төп эш менән бер рәттән, һәр кем ниндәйҙер йәмәғәт вазифаһы башҡарҙы. Отрядҡа хоҡуҡ тәртибен боҙғаны өсөн эске эштәр органдарында иҫәптә торған үҫмер­ҙәрҙең мотлаҡ беркетелеүен әйтеү ҙә урын­лы булыр. Иң абруйлы егеттәр араһынан билдәләнгән шефтар улар менән тәрбиә эше алып барҙы. Был үҫмерҙәрҙең тәртибе миҙгел аҙағына ыңғай яҡҡа һиҙелерлек үҙгәрә ине.
Эш йүнәлешенә һәм ҡайҙа урынлашыуына ҡарамаҫтан, һәр отряд яңғыҙ әбей-бабайҙарға төрлө ярҙам күрһәтте, партия һәм комсомол ойошмалары ойошторған сараларҙа даими ҡатнашты, уларҙы үҙе лә үткәрҙе. Мәҫәлән, беҙ Бөрө районында эшләгән йәйҙә күренекле башҡорт яҙыусыһы Һәҙиә Дәүләтшинаның ҡәберен ҡарап-тәрбиәләп тоттоҡ.

Димъян Мостафин, төҙөлөш ойош­маһы етәксеһе, Өфө нефть институтын 1988 йылда тамамлаған:
– Студенттар төҙөлөш отрядында өс йыл эшләнем, шул иҫәптән бер миҙгелдә командир вазифаһын башҡарҙым. Вузда уҡыу йылдарын йәшлектең иң сағыу осоро, ти­беҙ. Быға өҫтәп, төҙөлөш отрядында бер тапҡыр ҙа булмаған студент ыңғай кисерештәрҙең, йылы иҫтәлектәрҙең яртыһынан мәхрүм ҡалған тип иҫәпләйем. Институттың төҙө­лөш факультетында уҡығас, алған беле­мебеҙҙе тормошта һынап ҡарарға теләп, хеҙмәт семестрын ашҡынып көтә инек. Беҙгә мөһим объекттарҙы ышанып тапшырҙылар. Мәҫә­лән, заманында Күгәрсен һәм Ишембай ра­йон­дарында бик кәрәкле төҙөлөш­тәр­ҙә ҡатнаштыҡ, бер миҙгелдә Ауырғазы ра­йоны буйлап ике һыҙатлы “Өфө – Стәр­летамаҡ” автомобиль юлын һалыуҙа эш­ләнек.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уҙған быуаттың туҡ­һанынсы йылдарында был хәрәкәтте юҡҡа сығарҙылар. Студенттарҙың бар яҡлап ысын тәрбиә һәм хеҙмәт мәктәбе булған төҙөлөш отрядтарын тергеҙеү, минеңсә, һүлпәнерәк бара. Етәкселәр генә түгел, йәштәр үҙҙәре быға ныҡлап тотонһон ине.

Зинит Лоҡманов, эске эштәр органдары ветераны, 1980 йылда Өфө авиация институтын тамамлаған:
– Йәйге хеҙмәт семестрында ҡатнашыу матур иҫтәлектәр генә ҡалдырған. Заманында студент отряды составында мин Благовар һәм Дүртөйлө райондарында ауыл хужалығы объекттарын төҙөүҙә эшләнем. Ул ваҡыттағы һүҙҙәр менән “төҙөлөш отряды – ысын тормош мәктәбе” тип әйтер инем. Уның бер насар яғын да тапмайым. Йәйге хеҙмәт осоронда йәштәр төҙөлөштәге ҡайһы бер һөнәрҙәрҙе ниндәйҙер кимәлдә үҙләштереп кенә ҡалмай, уҡыу йылы әйләнәһенә бирелә торған стипендия күләмендә аҡса ла эшләп ала ине. Хәҙерге студенттар, элекке төҙө­лөш отрядтарының ыңғай яҡтарын өйрәнеп, был хәрәкәтте әүҙемерәк тергеҙһә, файҙаһы күп булыр ине.
Студенттарҙың төҙөлөш отряды ағзала­рының өҫ кейеме, күкрәктәргә тағылған ма­тур билдәләр, хеҙмәт семестрына бергәләп әҙерләнеүҙәр, көҙөн уҡыу йорттары һәм республика кимәлендә уҙғарылған йомғаҡлау слеттары һәм тантаналы йыйылыштар – барыһы ла беҙҙең өсөн матур хәтирәләр. Өфөнөң иң күркәм мәҙәниәт һарайҙарында Башҡортостандың юғары етәкселәре, төҙө­лөш ойошмалары вәкилдәре ҡатнашлы­ғын­да алдынғыларҙы бүләкләү үҙе генә ни тора! Студент төҙөлөш отрядтары ағзалары СССР-ҙың орден һәм миҙалдарын да алды.

Зәки Насиров, Яңауыл районы хаки­миә­те башлығы урынбаҫары, Башҡорт­остан ауыл хужалығы институтын 1983 йылда тамамлаған:
– Беҙҙәге студент отрядтары төҙөлөш менән бергә ауыл хужалығында ла эшләне. Мал аҙығы әҙерләүҙә, үҫтерелгән уңышты йыйып алыуҙа колхоз һәм совхоздарға оло ярҙам күрһәттек. Уҡыу йортоноң төрлө тәғә­йенләнештәге отрядтарын күп ерҙәрҙә маҡ­тап бөтә алмайҙар. Әйтергә кәрәк, аграр университетта был хәрәкәт йылдамыраҡ тергеҙелде, “Башаҡ” хеҙмәт отряды, беле­үем­сә, быйыл да хеҙмәт миҙгеленә әҙер­ләнә. Үҙемә килгәндә, заманында был отряд составында эшләүемде әле лә һағынып һәм ғорурланып иҫкә алам.
Төҙөлөш һәм ауыл хужалығы йүнәле­шен­дә эшләгәндәрҙән тыш, педагогик уҡыу йорт­тарының вожатыйҙары, шулай уҡ тимер юл вагондарын ҡараусылар отрядтары ике яҡ өсөн дә бик файҙалы эш башҡарҙы тип һанайым.
Күптән түгел республикала “Рәсәй студент отрядтары” Бөтөн Рәсәй йәштәр йәмә­ғәт ойошмаһының төбәк бүлексәһе ойош­то­ролдо. Ул, беҙҙең замандағы комсомол өлкә комитеты, студент төҙөлөш отрядтарының республика штабы кеүек, был йүнәлештәге барлыҡ эштәрҙе үҙ иңенә алып, яңы кимәлгә күтәрһә, әлбиттә, бик яҡшы булыр ине. Беҙҙең быуындар һалған матур традиция­ларҙы йәштәрҙең уңышлы дауам итәсәгенә ныҡлы ышанам.

Ленар Әхтәриев, юрист, Башҡорт дәү­ләт университетын 1982 йылда тамам­лаған, интернациональ студент отряды ағзаһы:
– Әүәлгеләр менән бер рәттән, республикала студенттарҙың интернациональ төҙө­лөш отрядтары ла ойошторолдо. Уларға һәр факультеттан уҡыуҙа һәм йәмәғәт эштә­рендә алдынғы булғандар ғына алынғанын айырып әйтергә кәрәк. Башҡортостанда “Ҡыҙыл ҡәнәфер” исеме менән эшләгәненә ул саҡтағы ГДР-ҙың Галле округы студенттары килә, беҙҙекеләр “Дуҫлыҡ” отряды сос­та­вында Германия Демократик Респуб­ли­каһына юллана ине.
1978 йылда Нефтекама ҡалаһындағы яһалма күн етештереү берекмәһендә мамыҡ иләү фабрикаһының беренсе сиратын тө­ҙөүҙә ошондай отряд составында мин дә эшләнем, ә алдағы миҙгелдә республика интернациональ отряды менән Галле ҡала­һына юлланыу бәхете тейҙе. Көндөҙгө эш­тәрҙән һуң үткәрелгән төрлө саралар, немец йәштәре менән аралашыу әле лә хәтеремдә, Германия ҡалалары буйлап сәйәхәттәр ҙә матур тәьҫораттар ҡалдырған. Ошонан сығып, студент төҙөлөш отрядта­рының ыңғай яҡтары күп булды, тип әйтер инем. Теләгем шул: заманында оло быуындар туплаған был бай тәжрибәне бөгөн әүҙемерәк файҙаланырға кәрәк.

Яуаптарҙы Ансар НУРЕТДИНОВ теркәне.







Вернуться назад