Күп балалы әсәләргә “Әсәлек даны” миҙалы тапшырыу — күңелле һәм матур тантаналарҙың береһе. Республиканың төрлө төбәктәренән килгән ҡатын-ҡыҙ үҙ-ара аралаша, балалары, ғаиләләре тураһында һөйләшә. Тантана барышында республика етәкселегенә ихлас күңелдән рәхмәт һүҙҙәре еткерелә.
Был юлы ла биш һәм унан күберәк балаға ғүмер биргән ҡатын-ҡыҙҙы тәбрикләү йылы мөхиттә үтте. Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов 59 гүзәл затҡа миҙал тапшырҙы.
— Әсә булыуҙан да изгерәк һәм мөһимерәк бурыс юҡтыр ул. Һәр бер ғаиләнең йөрәге — әсәй! Бөгөн һеҙҙе ошо тантанаға йыйыу — дәүләттең ғаилә проблемаларына иғтибарлы булыуы билдәһе, — тине ул.
Награда алырға килеүселәр араһында, һәр ваҡыттағыса, бөрйәндәргә етеүсе булманы. Был райондан бер юлы һигеҙ ҡатын-ҡыҙ килгәйне. Шулай уҡ Әбйәлил, Әлшәй, Мәләүез, Ҡырмыҫҡалы райондары, Өфө ҡалаһы ла ҡалышмай, уларҙан өс-дүртәр ҡатын булды. Әсәләрҙең күпселеге үҙен бала ҡарауға бағышлаһа ла, араларында эшләп йөрөүселәре лә бихисап.
Әбйәлил районының Әбделмәмбәт ауылынан килгән 30 йәшлек Земфира Ғибәҙәтова биш балаға ғүмер биреп өлгөргән. Ғаиләлә Заһиҙә, Рамазан, Әминә, Нургиз һәм Гөлсөм тигән матур-матур исемле балалар үҫә. Иң өлкәндәренә 9 йәш булһа, бәләкәсе 2-һен дә тултырмаған әле. Ире “Башавтотранс”та шофер булып эшләй. “Яҡшы эшләгәне өсөн иремә яңыраҡ ҡына миҙал биргәйнеләр, хәҙер мин дә миҙаллы булдым”, — ти ул. Тырыш ғаилә матур йәшәү өсөн төрлө ысулдар таба. Шәхси эшҡыуарлыҡ менән дә шөғөлләнә башлағандар — үҙҙәренең кулинария магазины бар.
— Иркен өйөбөҙҙә һыу, газ, ванна ҡуйылған — балаларҙы үҫтереү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырҙыҡ. Ирем егәрле, барыһын да үҙе эшләне. Баҡсабыҙ, ихатабыҙ ҙа күптәр өсөн өлгө булырлыҡ, — ти ул. — Донъябыҙҙың иң ҙур йәме — балалар, бар тырышлығыбыҙ улар бөтөн, имен тормошта үҫһен өсөн.
Тантанаға килгән ҡатын-ҡыҙҙың барыһының да торлаҡ шарттары ундай уҡ яҡшы түгел. Шуға күрә әсәләр байрамында торлаҡ менән тәьмин итеүҙе тиҙләтеү мәсьәләһе лә күтәрелде.
Әлфиә ӘЙҮПОВА