Унынсыға барырғамы, бармаҫҡамы?03.04.2015
Унынсыға барырғамы, бармаҫҡамы? Һеңлемдең ҡыҙы туғыҙынсы класты тамамлай. Яҡшы уҡый былай: бер-ике фәндән генә “дүртле”һе сыға, ҡалғандары – “биш”. Күптән түгел һөйләшеп ултырғанда ҡыҙыҡай:
– Унынсыға бармайым, берәй колледжға уҡырға инәм, – тимәһенме!
Ғәжәпләнеп ҡуйҙым.
– Ниңә улай итәһең? Ун беренсенән һуң юғары уҡыу йортона инерһең, – тим.
– БДИ-нан ҡурҡам! Бирә алмай ҡуйырмын, тим. Уҡытыусылар ҙа, кемдәр үҙ-үҙенә ышанмай, китһен, ти…
– Атай-әсәйең һуң?
– Улар нимә тиһен! – Һеңлем миңә аптыраулы ҡарашын төбәне. – Бер ҡайҙа ла китмәйһең, унынсыға бараһың, медуниверситетҡа инерһең, тиҙәр…


Һеңлемдең генә түгел, бихисап уҡыу­сы­ның БДИ-нан уттан өрккән кеүек ҡурҡыуы һәр кемгә мәғлүм. Быға уҡытыусылар үҙҙәре лә булышлыҡ итә шикелле. Уларҙың башланғыс кластарҙан уҡ бер туҡтауһыҙ БДИ тип туҡып тороуы, ҡурҡытыуы әле өлгөрөп етмәгән үҫмерҙәргә ауыр тәьҫир итә. Шуға ла алдан уҡ ҡото алынып бөткән уҡыусылар туғыҙҙан һуң китеү яғын ҡарай. Былай ышаныслыраҡ тип уйлай улар.
Әлбиттә, колледжда белем алыуҙың ыңғай яҡтары бихисап. Был уҡыу йортона инеү күпкә еңелерәк. Бары Дәүләт һөҙөмтә аттес­тацияһы буйынса (ГИА) тейешле балл йыйыу, тулы булмаған урта белем хаҡында аттестат һәм һайлаған йүнәлеш буйынса имтихан биреү кәрәк.
Белгестәр билдәләүенсә, колледжда үҫмерҙәр үҙаллы тормошҡа тиҙерәк өйрәнә. Ваҡытты үҙҙәре билдәләй, уҡытыусылар менән аралаша, яңы таныштары барлыҡҡа килә һәм һәр ваҡыт нимәлер үҙләштерә. Былар ниәткә өлгәшеү өсөн маҡсат ҡуйырға, киләсәккә үҙ юлдарын билдәләргә ярҙам итә.
Аҙаҡ уҡыуын дауам итер өсөн улар универ­ситеттың өсөнсө курсына бара ала. Теләһә, эшкә урынлашып, ситтән тороп белем ала, көндөҙгө бүлекте һайлау мөмкинлеге лә бар.
Колледжда уҡыу ваҡытының яртыһы практика үтеүгә йүнәлтелә. Шуға ла студент килә­сәктә үҙенә кәрәк һөнәрҙе ныҡлы үҙләштерә. Ҡайһы берҙәрендә махсус эшкә урынлаштырыу үҙәге булыуы ла файҙаға ғына.
Әлбиттә, барыһында ла сифатлы белем бирәләр тип әйтеп булмай. Шуға ла уҡыу йортон һайлағанда уның бар­лыҡ мөмкин­ле­ген ныҡлы өйрәнергә кәрәк. Асыҡ ишек­тәр көнөнә барып, әҙер­лек курстары, специальностар ха­ҡында төплөрәк белеү мөһим.
Йәшерен-батырын түгел, халыҡ ара­һын­да колледжға БДИ-ны бирергә шөр­ләгән, юғары уҡыу йортона инә алмаған йәштәр бара тигән ҡараш йәшәй. Был фекергә әллә ни ҡолаҡ һалырға ярамай. Һуңғы йылдарҙа хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрә, төплө һәм яҡшы белем биргән абруйлы колледждар бар­лыҡҡа килде.
Нимә генә тимәйек, үҫмерҙәрҙең күпселеге мәктәптә уҡы­уын дауам итәсәк. Бының да үҙ сиратында өҫтөнлөгө юҡ түгел. XI клас­тан һуң шунда уҡ юғары уҡыу йортона инергә мөмкин. Мәктәптәге дуҫтар менән тағы ла ике йыл бергә йөрөргә мөмкинлек бар.
Уҡыу йылы тамамланырға ла һанаулы ғына ваҡыт ҡалып бара. Бигерәк тә туғыҙынсы класты бөтөүселәр алдында бихисап һорау тора: унынсыға барырғамы, бармаҫҡамы? Был йүнәлештә атай-әсәйҙәр ҙә балаларына ярҙам итергә тейеш. Иң тәүҙә улығыҙҙың йәки ҡыҙығыҙҙың теләген тыңлағыҙ, теге йәки был юлды һайлаһа, бергәләшеп уның ыңғай, кире яҡтарын барлап сығығыҙ. Әлбиттә, балағыҙға үҙ юлын һайлау өсөн мөмкинлек биреү кәрәк. Әгәр улар X класҡа барырға теләмәһә, уйҙарығыҙ тап килмәгән осраҡта ла, уның фекеренә ҡәтғи ҡаршы тормағыҙ. Беренсенән, улар колледж­дан һуң барыбер юғары уҡыу йортона инәсәк. Икенсенән, ул һайлаған һөнәрен үҙләштереү өсөн яуаплылыҡ тоясаҡ.
Иң мөһиме, нисек кенә булмаһын, уның ҡарарын хуплағыҙ, сөнки балағыҙ үҙаллы тормош юлына әҙерләнә.


Вернуться назад