Яптымизация01.04.2015
Беҙҙең илдә ниндәй генә “изация” булып үтмәне. ИндустриалИЗАЦИЯ, коллективИЗАЦИЯ… Быларын яҡшы беләбеҙ. Атай-олатайҙарыбыҙ улар өсөн үткән быуатта аҙ тир түкмәгән, аҙ ҡан ҡоймаған.
ПриватИЗАЦИЯ… Быныһына инде үҙебеҙ шаһит. Ата-бабаларыбыҙ тир түгеп, ҡан ҡойоп барлыҡҡа килтергән ил байлығын ҡомһоҙ ҡараҡтарҙың, хәйләкәр жуликтарҙың нисек ҡармағандарын үҙ күҙҙәребеҙ менән күрҙек. Егерменсе быуат аҙағында Рәсәйҙең аҫтын-өҫкә килтергән ошондай ғәҙелһеҙлекте халыҡ хаҡлы рәүештә ПРИХВАТИЗАЦИЯ тип атаны.
Аптырарһың, был ниндәй хәлдер инде, Рәсәй кешеләре ғүмер буйы шулай төрлө “изация”лар менән ыҙа сигә. Әле бына йәнә бер “изация” килеп сыҡты. ОптимИЗАЦИЯ тип атала ул.
– Уныһы нимә тағы? – тип һораһағыҙ, һөйләп бирәм.
Хәҙер күп урында ыҙалы оптимизация, йәғни оптимЫҘАция бара. Мәғариф, мәҙәниәт өлкәләрендә лә, һаулыҡ һаҡлау системаһында ла, бүтән тармаҡтарҙа ла, бюджет аҡсаһын ҡыҫып тотонайыҡ тип, үткәрәләр уны. Маҡсаттары изге, әлбиттә. Хөкүмәт аҡсаһын әләф-тәләф итергә, юҡҡа-барға туҙҙырырға ярамай бит!
Төшөмлө урындарҙы биләгән һәм бөтә ҡанундарҙы урап уҙа белгән ҡараҡтарҙың бармаҡтары гелән үҙҙәренә табан кәкре. Улар хатта бәләкәй төҙөлөштән дә майлы ҡалъя ҡаптыра. Әгәр берәй учреждениеға бюджет иҫәбенә ремонт үткәрелһә, уның етәксеһенә “повезло” тип иҫәплә. Учреждение хужаһы кәттижен дә төҙөп ҡуйыр, квартирына евроремонт та яһап ебәрер. Йылғыр булһа. Ана бит, төрлө эреле-ваҡлы сараларҙан аҙмы түрә-ҡара байып ҡала. Азия-Тымыҡ океан иҡтисади саммитының Алыҫ Көнсығыштағы төҙөлөштәренән урланған миллиондарҙы әле булһа иҫәпләп бөтөрә алмайҙар Иҫәпләү палатаһында.
Миллиондарҙы ғына түгел, миллиардтарҙы ла рәхәтләнеп сәлдерәләр был заманда. Юҡ, ундайҙарҙы тотмайҙар. Тотһалар ҙа, төрмәгә япмайҙар. Япһалар ҙа, үҙҙәренең зиннәтле йорттарына ғына ябалар. “Домашний арест”та яманһыулап ятырға мәжбүр була бахыр бурҙар. Теге элекке оборона министрының оҙон ҡуллы әхирәте шикелле…
– Ә һуң беҙҙә, беҙҙең үҙебеҙҙә нисек эштәр? – тиһегеҙме.
О, юҡ! Беҙҙә ундай урлашыуҙар юҡ. Ҡайҙан булһын, Башҡортостанда Оборона министрлығы юҡ таһа!
– Уның ҡарауы, башҡа министрлыҡтар бар, – тиерһегеҙ.
Эйе, бар улар. Һәм уларҙың барыһында ла оптимизация бара.
– Нисек? – тиһегеҙме.
Еңел һорау. Уға яуап биреүе түрәләргә бер ни тормай. Һәм был еңел һорауҙы мин бер район башлығына бүләк иттем.
– О-о-оптимизация шәп бара беҙҙә! – тип талпынып һөйләп китте ул. – Уның шулай шәп барыуы һөҙөмтәһендә беҙ фәләнсә һум бюджет аҡсаһын янға ҡалдырҙыҡ.
– Ә һеҙ быға нисек ирештегеҙ?
– Еңел генә! – Хужа үҙенең эштәрен һанап китте: – Беренсенән, алыҫ ауылдарҙағы өс мәктәпте яптым… Икенсенән, биш бәләкәй ауылда медпункттарҙы яптым… Өсөнсөнән, районда алты клубты яптым… Йәнә туғыҙ китапхананы яптым… Почтаны яптым! Уныһын яптым, быныһын яптым...
– Туҡта, туҡта, – тинем уға. – “Яптым” да “яптым”, тиһең. Һуң, был бит оптимизация түгел – ЯПТЫМизация!
– Шулайыраҡ килеп сыға шул, – тип килеште башлыҡ. – Ләкин минең бында ғәйебем юҡ. Заман талабы шулай, тиҙәр…
Башлыҡтың башы эшләй. Ләкин, минеңсә, заманға һылтанып, мәктәптәрҙе, дауаханаларҙы, клубтарҙы, китапханаларҙы ябырға түгел, ә уларҙы ябырға ҡушҡан чиновниктарҙың ауыҙҙарын ябырға, ришүәт алырға теләүселәрҙең кеҫәләрен ябырға, коррупционерҙарҙың үҙҙәрен тотоп төрмәгә ябырға кәрәк. Бына шундай була ул ысын ЯПТЫМИЗАЦИЯ!
ОПТИМИЗАЦИЯ тиһәң дә ярай уны.