Горизонталь буйынса: 4. “(…) күлдә булыр, аҡсарлаҡ һыуҙа булыр”. 7. Боронғо грек математигы. 8. Эре һағыҙаҡ. 9. Быяла һауыт. 11. Рух күтәренкелеге. 14. Был Африка ҡошон үрсеткән фермерҙар бар. 18. Боронғо Мысырҙың иң сибәр батшабикәһе. 21. Байрам хөрмәтенә бирелгән залп, фейерверк. 22. Бик бәләкәй кәүҙәле кеше. 23. Латин Америкаһындағы дәүләт. 24. Аяғы күп, башы юҡ, ҡырҙан арҡаһы менән ҡайта. 25. “Ҡунағына ҡарап (…)еңде тура”. 26. Ҡарауыл. 28. Ларошфуко афоризмы. 30. Оса торған төнгө сысҡан. 31. Шырпы химик элементы. 32. Ольхон Байкал өсөн. 33. Стенаһына икмәк йәбештереп бешерә торған түңәрәк мейес. 34. Бармаҡты энәнән һаҡлай.
Вертикаль буйынса: 1. Хаҡлы ялдағы кеше. 2. Кинотеатрҙың “күҙ төбәп торған” өлөшө. 3. Кеше түгел – һөйләй, күңелде көйләй. 5. Орнитологтар был ҡошто интеллекты өсөн “ҡанатлы примат” ти. 6. Кеше өҫтөнән кемгә лә булһа еткерелгән һүҙ. 10. Һеләгәйҙе ағыҙҙырған картина. 12. Цеце, бөжәк булараҡ. 13. Башҡаларҙың уйын уҡый белгән уникум. 15. Беле ҡош булараҡ. 16. Ваҡ ҡыуаҡлыҡ. 17. Бәләкәй генә ҡоҙаса, итәктәрен ел аса. 19. Матур ҡойроғо менән дан алған ҡош. 20. Икмәк киҫәге. 24. Урта Азиялағы баш ҡала. 27. Теленән тапҡан ҡош. 28. Мәсеттең иң бейек өлөшө. 29. Ике-өс башҡарыусыға иҫәп тотоп яҙылған шаян йөкмәткеле ҡыҫҡа эстрада пьесаһы. 30. Сынаяҡ, быяла ватығы.