Ер уяныр мәл01.04.2015
Апрель — яҙҙың икенсе айы. Был исемде беҙҙең эраға тиклемге VIII быуат аҙағынан алып йөрөтә. Латин телендә ул “асылыу” тип аңлатыла (Aprilis), сөнки тап ошо ваҡытта ағас бөрөләре асыла башлай. Урыҫ халыҡ этимологияһы был исемде “преть” ҡылымы менән бәйләй (апрелдә ер быға башлай). Шулай уҡ әлеге мәлде ҡар ҡыуыусы ай, асыҡ йылға, ташҡын, ҡош йырҙары, умырзая айы һәм башҡаса ла атап йөрөтәләр. Һауа торошоноң хатта көн эсендә генә бер нисә тапҡыр үҙгәреүе иһә апрелгә “ялғансы”, “көйһөҙ”, “ышанысһыҙ” кеүек исемдәр бирҙергән.

Апрелдә көн һиҙелерлек оҙая: ай башында ул 13 сә­ғәттән күберәк булһа, аҙаҡҡараҡ 15-тән ашып китә. Һауа температураһы ла күтәрелә, өсөнсө ун көнлөктә 25 градусҡа етеүе ихтимал. Шулай ҙа ҡайһы бер йылдарҙа ай аҙағында яңынан ҡар яуып, температураның ныҡ ҡына төшкәне лә булды.
Ғәҙәттә, апрель урталарына йылғалар боҙҙан әрселә, ҡар иреп бөтә, ул бары тик тауҙарҙа, төньяҡ битләүҙәрҙә ай аҙағына тиклем һаҡлана. Боҙ китеүе ике тапҡыр була. Мәҫәлән, Ағиҙелдә иң тәүҙә 10 – 14 апрелдә ҡуҙғала, тағы ла биш-ете көндән “урман боҙо” (таулы райондарҙан килгәне) китә. Шуның өсөн дә яҙғы ташҡын беҙҙә бер айҙан күберәк ваҡытҡа һуҙыла.
Яуым-төшөм күләме әллә ни күп булмаһа ла, апрелде ысын мәғәнәһендә “һыу айы” тип атарға мөмкин: беҙҙең йылғаларҙың йыллыҡ һыу күләменең 80 проценты ошо ваҡытта ағып китә. Халыҡ һынамыштары ла быны дәлилләй. Мәҫәлән, февраль – ҡарға, апрель һыуға бай; апрель йыл­ғаһы – июлдә күләүек; апрель шишмәһе ерҙе уята; апрель – һыуғояр; апрелдә – һыу, майҙа – үлән; ҡыш бысрағын апрель йыуа; апрелдә тупһа – кисеү, урам – кәмә; апрель һыуы файҙаға; апрель тамсыһы күл яһай; апрель йылға­һының яры ла, төбө лә юҡ; апрель һыуында балыҡ аҙаша һәм башҡалар.
Ай башында йылы яҡтан күпләп ҡоштар ҡайта башлай. Улар араһында иң билдәлеһе – сыйырсыҡ. Был ҡоштоң, башҡаларҙан айырмалы рәүештә, үҙенең йыры юҡ. Ул попугай һымаҡ башҡа тауыштарҙы бик тиҙ отоп ала һәм үҙенсә башҡарып күрһәтә. Күбеһенсә ата сыйырсыҡ һайрай, ә инәһе был ваҡытта йомортҡа баҫа. Мәскәү эргәһендә фенологтар был ҡоштан һабантурғай, беснәк, һандуғас, һайыҫҡан, ҡара ҡарға, бесәй, эт, хатта һыйыр тауышын да ишетеп яҙып алған.
Апрелдә күҙәтеү өсөн ваҡиғалар етерлек:
lАҡсарлаҡ килһә, өс-дүрт көндән боҙ китә.
lКүк умырзая сәскә атһа, ҡырауҙар бөтә.
lЕрек сәскә атҡандан һуң туғыҙ көндән бал ҡорттары бал йыя башлай.
lҠуян ҡышҡы тунында булһа, ап­рель аҙағында ҡар яуыр.
lҠайын һуты мул булһа, йәй ям­ғырлы килер.
lКәкүк ҡысҡырһа, көндәр яҡшырыр.
lИртә яҙҙа күк күкрәһә, һыуыҡ булыр.
lҠара ҡарғалар ояһында йоморт­ҡа һаны өстән күберәк икән, йәй йылы була.
lСыйырсыҡ килеп өс аҙна үткәс, яҙғы сәсеү эштәре башлана.

Инбер ЯПАРОВ,
Башҡорт дәүләт университеты доценты.




Вернуться назад