Уйлап эш итмәү нимәгә килтерер?01.04.2015
Экологик тигеҙлектең боҙолоуы менән бергә ер йөҙөндә сүллектәр ҙә киңәйә, һәм шул арҡала климат үҙгәрә. Йөҙҙән ашыу илдең был проблема менән йөҙгә-йөҙ осрашыуы һәм миллионлаған кешенең ошо сәбәпле иҡтисади, социаль һәм экологик яҡтан ҙур ҡыйынлыҡтар кисергәне билдәле.
Үҫемлектәрҙе төрлө маҡсатта юҡ итеү ер һәм ер аҫты һыуҙарына туранан-тура тәьҫир итә. Һөҙөмтәлә шишмәләр ҡорой, дым кәмей, ямғыр яумай, тупраҡ ярыла, уны ел осора. Тәжрибә уҙғарыуҙа, рудник һәм юлдар асыуҙа ҡулланылған шартлатҡыстар тирә-яҡ мөхиттә газ, тоҙ йыйылыуға килтерә. Былар барыһы ла зарарлы газ күләмен арттыра, үҫемлек, хайуан, кеше сәләмәтлегенә кире йоғонто яһай.
Шулай уҡ һуғыштарҙа ҡулланылған ҡоралдар ҙа ергә зарар килтерә. Уларҙан сыҡҡан газ, нур һәм бәрелештәр үлән келәмен боҙоп, хәтфә яландарҙы юҡ итеп, һауа температураһының тотороҡһоҙлоғона сәбәпсе булып, экологик һәләкәткә юл аса. Климат үҙгәрештәрен кеше ҡулы менән генә туҡтатыу бик ҡыйын булып күренһә лә, вәхшилектән баш тартыу, һәр нәмәне аҡыл менән ҡулланыу еребеҙҙең именлеген тәьмин итеүгә ышаныслы аҙым булыр.