Һуңғы йылдарҙа ҡоштар һанының бермә-бер кәмегәнен һиҙәһегеҙме? Экологик хәлдең насар булыуымы, тәбиғәт шарттарының үҙгәреүеме, әллә инде кешенең тирә-йүнгә битарафлығындамы сәбәп? Был һорауҙарға аныҡ ҡына яуап биреп булмай. Шуныһы айырыуса үкенесле: хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрмәй. Киреһенсә, насарая ғына бара. “Ҡоштар көнөндә ошо турала оран һалмау ҙур ғәйеп булыр һымаҡ”, – ти Башҡортостан орнитологтар йәмғиәте етәксеһе Виктор ВАЛУЕВ. Уның менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.– Һеҙҙең ойошма ҡасан барлыҡҡа килде?
– 2004 йылда ҡоштар донъяһы менән ҡыҙыҡһынған, уртаҡ ниәт менән янған кешеләр бергә йыйылдыҡ та ойошма булдырҙыҡ. Беҙҙең маҡсат – халыҡҡа ҡанатлы йән эйәләре тураһында мөмкин тиклем күберәк мәғлүмәт еткереү, уларҙы танып белергә өйрәтеү. Ойошманың иң әүҙем ағзалары ярҙамында ҡоштар тауышы яҙҙырылған CD дисктар сығарҙыҡ, бынан тыш, Башҡортостанда таралған ҡоштарға, экологияға арналған фильмдар төшөрҙөк. 2004 йылдан даими рәүештә “Башҡортостандың орнитология яңылыҡтары” тигән журнал нәшер итәбеҙ. Экспедицияларға ла йыш сыға торғайныҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай сәфәрҙәр һирәгәйҙе. Сәбәбе – әлеге лә баяғы аҡса етмәүҙә. Экспедициялар мәлендә ҡоштарҙы һанайбыҙ, уларҙың нимә менән туҡланыуын, үҙ-үҙен тотошон күҙәтәбеҙ. Ойошманың сайтында мәктәп уҡыусылары өсөн төрлө конкурстар үткәрелә. Балаларҙың ҡоштар донъяһы менән ихлас ҡыҙыҡһыныуы ҡыуандыра. Әйткәндәй, беҙҙең ойошмаға инеүе ҡыйын түгел, шарттары менән сайтта (www.vk.com/sowjaka) танышырға була. Орнитологтар ойошмаһы ағзаһы булыр өсөн иғәнә түләргә кәрәкмәй.
– Бөтөн Рәсәй буйынса Башҡортостанда ғына ҡоштарҙы реабилитациялау үҙәге бар ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уны япҡандар тип ишеттем.
– Ҡулайлаштырыу еле ҡоштарҙы “осороп” алып китте. Ҡыҙғаныс, әлбиттә. Беҙҙең үҙәккә яраланған ҡоштарҙы алып килә торғайнылар. Уларҙың оса алғандарын кире тәбиғәткә ебәрә, ҡазаланғандарын тәрбиәләй инек. Үҙәктә бер юлы 50-ләгән ҡошто дауаланыҡ. Улар араһында “Ҡыҙыл китап”ҡа ингәндәре лә бар ине. Бер мәл беҙгә ҡазаланған 22 өкөнө алып килделәр!
Шуныһы үкенесле: ҡоштар проблемаһын власть органдары аңлап ҡабул итмәй. Ябай ғына миҫал: ҡоштар быяланы “күрмәй”, шуға уға бәрелеп яраланғандары бихисап. АҠШ-та күптән, утыҙ йыл самаһы элек үк, ультрафиолетты кире ҡаҡҡан тәҙрәләр етештерәләр. Был ысул беҙҙә миллионлаған ҡошто һаҡлап ҡалырға ярҙам итер ине. Бөгөн “аҡыллы өйҙәр” тураһында күп һөйләйҙәр. Исмаһам, шуларға ошондай тәҙрә ҡуйғанда һәйбәт булыр ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙе ишетеүсе юҡ. Ә һандарға ҡолаҡ һалыуы ҡурҡыныс: бер метр квадратлыҡ тәҙрә өлгөһөнә ике ҡош бәрелеп үлә. Тимәк, баш ҡалабыҙҙың бейек өйҙәрендә генә лә күпме хәүефле урын бар!
Үҙәккә килгәндә иһә, уның ябылыуы беҙҙең өсөн ҙур юғалтыу булды. Әле ике бөркөт һәм бер диңгеҙ бөркөтө Йоматауҙағы өйөмдә йәшәй. Ҡалған ҡоштарҙы таратып бөттөк.
– Бынан бер нисә йыл элек Ҡоштар көнөндә буклеттар таратҡайнылар. Унда һағыҙҙы юлға ташламаҫҡа өндәйҙәр ине. Ҡоштар шуны ашап та ҡырыла икән.
– Был проблема менән күптән шөғөлләнәбеҙ. Һағыҙҙы ҡайҙа етте шунда ташлап китәләр шул. Ә улары ерҙә серемәй тиерлек. Шуға ла тиҙ тарҡалған, экологик яҡтан таҙа һағыҙ уйлап сығарҙыҡ. Патент та алдыҡ. Әммә уны етештереүгә бер эшҡыуарҙың да тотонғоһо килмәй, әҙер шарттар булғанда ғына башларға уйҙары.
– Ҡоштарҙы оҙаҡ ваҡыт өйрәнәһегеҙ. Ойошма асылыуға ла 15 йыл тула. Ошо арауыҡта ҡоштар һаны кәменеме?
– Мин ҡоштар менән бала саҡтан ҡыҙыҡһынам. Уларҙы күҙәтергә яратам. Үкенесле: ҡоштар ҡырҡа кәмене. Аксаковтың, Пушкиндың Башҡортостан тураһындағы яҙмаларын алып уҡығыҙ. Уларҙа беҙҙең төбәктең ҡырағай ҡошҡа ифрат бай булыуы тураһында телгә алына. Ә хәҙер... Һуйыр менән ҡор машина йөрөмәгән ерҙә генә ҡалды. Дөрөҫөн әйткәндә, ҡырағай ҡоштарға ҡарағанда, уларҙы аулаусылар күберәк. Ғөмүмән, ҡоштарҙың кәмеүендә экология проблемалары ғына сәбәпсе түгел, кешеләрҙең дә өлөшө ҙур. Ауыл хужалығында пестицидтар менән гербицидтарҙы әүҙем ҡулланыу уларҙың ағыуланып үлеүенә килтерә.
– Айырыуса һаҡлауға мохтаж ҡоштар тураһында ла һөйләп үтһәгеҙ ине.
– Яр һалып ҡысҡырырҙай мәсьәлә – көйөлдө, йәғни кәкре суҡыштың көнсығыш ярым төрөнөң юҡҡа сығыуы. Был ҡоштарҙың дүрт кенә пары Әбйәлил районының Байым ауылы тирәһендә ҡалған. Ауырлығы 300 грамм тирәһе тартҡан әлеге йән эйәләренә урындағы халыҡ иғтибарлы булһын ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙы һаҡлап ҡалыу өсөн бөгөн бер сара ла күрелмәй...
– Ҡоштар – беҙҙең дуҫтар, тип ҡабатларға яратабыҙ. Әңгәмәбеҙ күңелһеҙ төҫ алды бит әле...
– Ҡоштар тураһында йылына бер тапҡыр ғына әңгәмә ҡороп, алыҫ китеп булмай. Эште даими рәүештә алып барырға кәрәк тә бит... Ҡырағай ҡоштарҙы һаҡлап ҡалыу – беҙҙең ҡулда. Быны иң ябай ысулдан – тәҙрә төбөнә тағараҡ элеүҙән – башларға кәрәк.
Әлбиттә, матур саралар үткәрелә-үткәрелеүен. Мәҫәлән, бер нисә йыл элек Өфөлә сағыу төҫтәге сыйырсыҡ оялары элеп сыҡтылар. Әммә был ҡошсоҡ ундайҙы үҙ итмәй. Һөҙөмтәлә меңләгән оя буш ҡалды. Ниндәйҙер сара үткәрер алдынан беҙҙең менән кәңәшләшеп, ҡоштарҙың үҙенсәлектәре тураһында һорашырға кәрәк ине лә бит...