1 апрелдән – яңы хаҡтар01.04.2015
Бөгөн республиканың барлыҡ почта бүлексәләрендә 2015 йылдың икенсе яртыһына ваҡытлы матбуғат баҫмаларына яҙылыуҙың төп осоро башлана.
Рәсәй почтаһы тарафынан ҡайһы бер гәзиттәрҙе ташыу хаҡы былтырғы кимәлдә ҡала. Ҡарар федераль, шулай уҡ төбәк гәзиттәренә ҡағыла. Ҡайһы бер баҫмаларға ташыу тарифы былтырғы инфляция кимәленән түбәнерәк индексациялана.
Матбуғатҡа яҙылыу компанияһы осоронда сараларҙы тормошҡа ашырыуға Рәсәй почтаһы 700 миллион һум самаһы йүнәлткән. Был аҡса нәшриәттәр һәм халыҡ өсөн ташламалар биреүгә тотонола.