Яңы баҫма ҡор йыйҙы01.04.2015
Баш ҡалала башҡорт телендә донъя күргән Инжил китабы менән таныштырыу сараһы уҙғарылды. Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгендәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ойошторолған “түңәрәк өҫтәл”дә яңы баҫма хаҡында һүҙ барҙы.
Башҡорт телендәге етди ғилми хеҙмәт Рәсәйҙең Инжилде тәржемә итеү институты тарафынан әҙерләнгән. Әле баҫма Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында рецензияланған һәм хуплау тапҡан. Авторҙарҙың фекеренсә, китап уҡыусыларға Инжил тексын тәрәнерәк һәм ентеклерәк өйрәнеү мөмкинлеген бирәсәк. Ул рухи, әхлаҡи-тәрбиәүи, ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән кешеләрҙең барыһына ла файҙалы буласаҡ, диндәр араһында бәйләнеште нығытырға булышлыҡ итәсәк.