Шаулап үҫер “Еңеү урманы”01.04.2015
Туймазы районында “Еңеү урманы” тигән социаль акция иғлан ителде. Бындай башланғысты Туймазы урмансылығы етәксеһе Рафаил Фәррәхов тәҡдим итте.

Еңеүҙең юбилей йылында теләге булған һәр кеше Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан атай-олатайҙары иҫтәлегенә ағас йәки тотош аллея ултырта ала. Ошо маҡсатҡа урмансы­лыҡ ҡарамағындағы биләмәлә махсус участкалар бүленгән. Уның хеҙмәткәрҙә­ре ха­лыҡ­ты ҡарағай үҫентеһе менән тәьмин итәсәк. Сара тәжрибәле урмансылар етәксе­легендә апрель-май айҙарында ойошторола.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Туймазынан 30 мең самаһы кеше фронтҡа киткән. 15 мең һалдат һәм офицер Тыуған илебеҙҙең азатлығын һәм бойондороҡ­һоҙ­лоғон һаҡлап башын һалған.






Вернуться назад