Уртаҡлашыр тәжрибә бар01.04.2015
Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев дәүләт ҡарамағындағы һәм уға бәйле булмаған махсус учреждениеларҙа даими йәшәгән, шулай уҡ ваҡытлыса урынлаштырылған инвалидтарҙың тауыш биреүен ойоштороу йәһәтенән тәжрибә уртаҡлашты.
Хәйҙәр Арыҫлан улы Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының илдәге инвалидтар йәмәғәт ойошмалары менән бәйләнеше буйынса эш төркөмө ултырышында сығыш яһаны. Сара һайлау комиссиялары менән видеоэлемтә режимында үтте. Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе, эш төркөмө етәксеһе Владимир Чуров ултырышта ҡатнашыусыларҙың иғтибарын инвалидтарҙың һайлау хоҡуғын тәьмин итеү йәһәтенән тәү сираттағы бурыстарға йүнәлтте.
Кәңәшмәлә “Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәте”нең Башҡортостан республика ойошмаһы рәйесе Олег Ротов та ҡатнашты. Уға Владимир Чуровтың рәхмәт һүҙҙәре еткерелде, “Перспектива” республика гәзитенә киң мәғлүмәт саралары бәйгеһендә икенсе урын яулағаны өсөн Үҙәк һайлау комиссияһының дипломы һәм иҫтәлекле бүләк тапшырылды.