Ҡунаҡтарҙың һаулығын хәстәрләп01.04.2015
Өфөлә көтөлгән ШОС һәм БРИКС саммиттарында ҡатнашыусыларҙың сәләмәтлеген тиҫтәнән ашыу медицина ойошмаһы табиптары хәстәрләйәсәк.
Бындай учреждениелар араһында Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы, 2-се Республика клиник дауаханаһы, Кардиология үҙәге, 4-се Йоғошло ауырыуҙар, Ашығыс медицина ярҙамы, баш ҡаланың 21, 13, 18-се клиник дауаханалары, Ашығыс медицина ярҙамы станцияһы, Өфөнөң күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты бар. Саммиттарҙы медицина-санитария йәһәтенән тәьмин итеү буйынса ойоштороу комитетының Һаулыҡ һаҡлау министрлығында уҙғарылған ултырышында һүҙ ошо турала барҙы. Ойоштороу комитеты ағзалары әҙерлек мәсьәләләрен, атап әйткәндә, санитария-гигиена, профилактика һәм эпидемияға ҡаршы саралар ойоштороу планының үтәлешен тикшерҙе.