Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 23 марттағы Указына ярашлы, “Башҡортостан” гәзитенең биҙәлеш мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Журналистар союзы ағзаһы, республикала иғлан ителгән исемле йылдарҙың етәүһенең эмблемалары авторы Нәсих Хәлисов “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән юғары наградаға лайыҡ булды.Нәсих Хөббөтдин улының үҙенсәлекле һәләте, оҫталығы, бай тәжрибәһе – милли баҫмабыҙҙы юғары баҫҡыста тотҡан терәк-таяныстарҙың береһе. Хеҙмәт бурысына ифрат яуаплы ҡараған биҙәлеш мөхәррире эшен бөтөн күңелен һалып, еренә еткереп үтәй. Уның үҙе төшөргән, шулай уҡ архивында туплай барған төрлө фотоһүрәттәрен бергә йыйһаң, республикабыҙ тарихының йылъяҙмаһы хасил була. Ысын кисерештәр менән һуғарылған был хеҙмәт емештәренең гәзит кенә түгел, ә тотош төбәгебеҙ өсөн ҡиммәте баһалап бөткөһөҙ.
Юғары награда уңайынан тәүге ҡотлау телеграммаһы килеп тә төштө: Нәсих Хөббөтдин улын Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева тәбрикләгән. “Республика һәм ил мәнфәғәтендәге тырыш хеҙмәтегеҙ ҙур ихтирамға, танылыуға лайыҡ, – тиелгән унда. – Һеҙгә һаулыҡ, эшегеҙҙә уңыштар теләйем”.
Беҙ ҙә Нәсих Хөббөтдин улын мәртәбәле исем алыуы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Ижад ҡанаттарың талмаһын, артабан да еңеүҙәрең менән һөйөндөрөп тор, хеҙмәттәшебеҙ!
“Башҡортостан”дар.