Юл күрһәтә “Маяҡ”01.04.2015
Юл күрһәтә “Маяҡ” “Маяҡ” йәмғиәте – Федоровка райо­нында уңышлы эшләгән хужалыҡтарҙың береһе. Бында малсылыҡ һәм үҫемлекселек тармаҡтарына айырыуса ҙур иғтибар бүленә.

Хужалыҡ етәксеһе Сәғит Дәү­ләтбаев (һүрәттә) былтырғы уңыш хаҡында ҡыуанып һөйләне. Берҙәмлек һөҙөм­тәһендә улар быйылғы сәсеү эштәре өсөн орлоҡто етерлек туплап ҡуйған. Механизаторҙар Иван Сидоров, Радик Маликов, Юрис һәм Раил Йәлиловтар, шофер Илдар Рафиҡов, орлоҡ әҙерләү өсөн яуаплы Шәүҡәт Зөбәйеров айырыуса ҙур тырышлыҡ күрһәткән.
Юл күрһәтә “Маяҡ”Яңы Яуыш ауылындағы фермала әле 200 баш һыйыр аҫрала. Һуңғы өс йылда дөйөм мал һаны 130 башҡа арттырылған. Аҙыҡ мул әҙер­ләнгәс, улар ҡышты көр сыҡҡан. Мал ҡараусылар Вәсил Шаһиғәлин, Айрат Әминев, Ғәзинур Әбсәләмов үҙ эшенә яуаплы ҡарай. Хужалыҡтағы һәр кем хеҙмәт бурыстарын ошолай теүәл үтәгәнлектән, күрһәткестәр юғары.
“Маяҡ”тар әле сәсеүгә әҙерләнеү эштәре менән мәшғүл.






Вернуться назад