Әмәлен тапҡан26.11.2011
Һуғыштан һуңғы осорҙа колхоздарға урманда ағас әҙерләү эше күп бирелә, сөнки илдәге емереклекте йүнәтеү, яңыһын төҙөү өсөн ағас бик күп кәрәк.
Үҙәге Иҫке Сибай ауылы булған Молотов исемендәге колхозда ла ағас әҙерләү өсөн бригада төҙөлә. Бригадиры итеп ауыл уҙамандарының береһе Мазһар олатай тәғәйенләнә. Ул, үҙ эшенә намыҫ менән ҡарап, һәр нәмәне еренә еткереп башҡарыусыларҙың береһе ине. Бер ҡышты, бригадаһына ете-һигеҙ кешене туплап, Бетерә тигән ауылға ағас ҡырҡырға китәләр. Тик фатир табыу үҙе бер бәлә була. Йәшәү урынын күмәкләп эҙләп табалар, уның хужаһы ире һуғышта һәләк булған тол ҡатын икән. Үҙе хәлле генә йәшәй. Кәүҙәгә лә ярайһы: таҙа, көс-дәрте ташып тора.
Ағас ҡырҡыу, әҙерләп өйөүҙең тәүге мәлендә бригада яҡшы ғына эшләй, ләкин аҙыҡ мәсьәләһе бик үк шәптән булмай. Ә планды үтәү өсөн күп көс кәрәк. Ә быларҙың хәле мөшкөлләнә бара. Тимәк, эш тә һүлпәнләнә.
Бер саҡ Исхаҡ исемле ағай былай тип һүҙ башлай:
— Эштәр хөртәйә бит әле, ағай-эне. Ашау яғы наҡыҫ. Әллә, мәйтәм, арабыҙҙан беребеҙҙе хужабикәгә өйләндереп ҡарайбыҙмы?
Кәңәшләшеп, бер ҡарарға киләләр — бригадирҙан да ҡулай кеше юҡ. Кисен, эштән ҡайтҡас, Исхаҡ ағай хужабикәнең “ҡылын” тарта. Тәки ыңғайына килтерә быны. Эш бешкәнлеген белдереп, күҙ ҡыҫа. Шулай итеп, Мазһар олатайҙы “өйләндерәләр”.
Хужабикә булған аҙыҡ-түлектән аш-һыу әҙерләй, мейес артынан әсегән балын сығара. Мәжлес ҡыҙып китә. Шул саҡта араларынан береһе:
— Мазһар дуҫ, өйләнеүен өйләндең дә бит, ә Иҫке Сибайҙағы Сәфәреңде ҡайҙа ҡуяһың? — тимәһенме. “Сәфәр” тигәне — ҡарттың бисәһе Сәфәрбикә инәй.
Ә Мазһар олатай, бер ни булмағандай, ошолай яуаплай:
— Һы, шул да булдымы ҡайғы, Сәфәргә ни, кәләш әйттерәбеҙ ҙә башҡа сығарабыҙ.
Йәнәһе, улын башҡа сығара инде. Ирҙәр барыһы ла: “Дөрөҫ, дөрөҫ”, — тип, элеп ала. “Яңы кәләш” кенә аңламай ҡала, әлбиттә.
Шулай итеп, ауылыбыҙҙың абруйлы кешеһе Мазһар олатай, бригадаға бирелгән ағас әҙерләү планын тулыһынса үтәп, иптәштәрен ашатып-эсереп алып ҡайтҡан. Икенсе барғанда иһә хужабикә сығарған сығымды һәм дә, урыҫса әйткәндә, “моральный ущерб”ты ҡаплау өсөн колхоздан күберәк аҙыҡ алып килгәндәр.
Әхмәҙулла ҒИБӘҘӘТОВ.
Баймаҡ районы,
Иҫке Сибай ауылы.


Вернуться назад