Былтыр Ҡарамалы-Ғөбәй ауылында һөт эшкәртеү цехы асылғайны. Яҡын-тирәләге Мәтәүтамаҡ, Алексеевка, Соҡаҙыбаш, Соҡаҙытамаҡ, Кәлшәләй, Туҡай халҡы өсөн дә бик кәрәкле предприятие булып сыҡты ул. Бер нисә баш һыйыр аҫрап, күп кенә һөт етештергән хужалыҡтар аҙ түгел. Әлеге көндә тотош райондағы шәхси хужалыҡтарҙа һигеҙ меңдән ашыу һыйыр аҫрала. Ә бына етештергәнде һатып аҡсаға әйләндереү мәсьәләһе киҫкен тора ине. “Күпме ризыҡ әрәм була! Был һөттө йыйып, эшкәртеп, баҙарға сығарыу үҙебеҙҙең ҡулдан килмәҫлек эшме икән ни?” – Туймазы ҡалаһындағы “3-сө төҙөлөш фирмаһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Илфир Миңлебаевҡа был һорау тынғы бирмәй. Ләкин, күңел һалһаң, һәр хәлдән сығыу юлы табыла. Миңлебаевтың цех төҙөү идеяһы менән республикалағы ауыл хужалығы тармағы етәкселегенең ниәте бер-береһенә уңышлы тап килә. Һөҙөмтәлә Ҡарамалы-Ғөбәй һөт эшкәртеү цехы Башҡортостандың пилот проекты статусын ала. Фирма белгестәре, Мәскәүҙән алып ҡайтылған цех модулен махсус бетон нигеҙгә ултыртып, ҡороп ҡуя, электрға тоташтырып, эшләтеп тә ебәрә.
Һөттө ҡабул итеүҙән алып төрлө ризыҡ етештереүгә тиклем бөтә эште дүрт кеше башҡара. Улар бөтәһе лә махсус курс үтеп, тейешле белем һәм күнекмәләр алып ҡайтҡан. Технолог Нәзимә Миңлебаева, операторҙар Клара Ғабдуллина, Рамазан Сөнәғәтуллин, Физәлиә Шәрәфетдинова цехта файҙалы кефир, эремсек, ҡаймаҡ, сыр, һөт етештерә. Ҡаптарға тултырыу ҙа ошонда уҡ башҡарыла. Продукцияның экологик йәһәттән таҙа булыуы уның баһаһын бигерәк тә күтәреп ебәрә. Һөт ауыл сабынлыҡтарында үҫкән бесәнде ашаған, таҙа һыу эскән малдыҡы бит! Өҫтәүенә цех буяу, консервант-фәлән кеүек зарарлы өҫтәмәләрһеҙ эшләүгә көйләнгән.
Көн һайын 1 тоннаға яҡын һөт ҡабул ителә. Халыҡтан йыйылғанына өҫтәп Мичурин исемендәге ауыл хужалығы кооперативының продукцияһы ла килтерелә. Сеймалды ҡабул итеү һәм эшкәртеү технологияһы ныҡлы күҙәтеүҙә. Килтерелгән һөттө һыуытҡыс танкерҙарға һурҙырырҙан элек уның тығыҙлығы, майлылығы (кәм тигәндә 3,2%) үлсәнә, һыу ҡушылмағанлығы, әсе кермәгән булыуы ла тикшерелә. Продукция ауылдар һәм ҡала халҡына һатыла, балалар баҡсаларына оҙатыла.
Цехты асҡанда Туймазы районы һәм ҡалаһы хакимиәте башлығы Айҙар Суфиянов: “Ҙур булмаған эшкәртеү предприятиелары асыу идеяһын башҡа туймазылар ҙа күтәреп алыр тип ышанабыҙ. Яҡташтарыбыҙ һәр саҡ уңғанлығы һәм йүнселлеге менән айырылып торҙо”, – тигәйне. Ысынлап та, башланғыс район ғына түгел, бөтә республика күләмендә таратылыуға лайыҡ. Сит илдәрҙән аҙыҡ-түлек ағымы ныҡлы кәмегән саҡта бындай цехтарҙың әһәмиәте тағы ла арта төштө. Бөтә булғанды үҙебеҙ эш итә башлаһаҡ, аҙыҡ-түлек баҙарын тик ватан продукцияһы менән тултыра алмаҫ инекме ни?