Мәскәүҙе олатай эшләпәһе менән яулайҙар31.03.2015
Мәскәүҙе олатай эшләпәһе  менән яулайҙар Беренсе каналда барған “Голос” тапшырыуында үҙенсәлекле, матур тауышҡа эйә йәштәргә, шул иҫәптән балаларға ҡатнашыу мөмкинлеге бар. Башҡортостандан 14 йәшлек Наилә Өмөтбаеваға ошо киң билдәле телевизион бәйгелә сығыш яһау бәхете йылмайҙы.

Моңло тауышлы ҡыҙ – Ишембай ҡалаһынан. Тапшырыуҙың “Голос. Дети” миҙгелендә әсәһенең тәҡдиме буйынса ҡатнашҡан.
– Алты мең конкурсант араһынан һайлап алынған 450 кеше исемлегендә үҙ фамилиямды күргәс, артабан ҡыйыу аҙымдар менән алға барырға ҡарар иттем, – ти Наилә.
Вокалдан тыш, визаж, гүзәллек серҙәре менән ҡыҙыҡһынған ҡыҙ Эдит Пиафтың билдәле йырын башҡарыу өсөн образды ла үҙе һайлаған. Олатаһы ейәнсәренә үҙенсәлекле бүләк яһаған – эшләпәһен биргән. Был баш кейеме – сығыштың төп атрибуты.
Ишембай ҡалаһының балалар сәнғәте мәктәбе уҡытыусылары Земфира Шәмсетдинова менән Елена Близнецованан алты йыл дәрес алған Наилә вокал һәләтен камиллаштырыуҙы үҙаллы дауам итә. Тырышлыҡ ерҙә ятып ҡалманы: үҙенсәлекле моң эйәһе республиканы ил кимәлендәге абруйлы бәйгелә танытыуға өлгәште. Йырсы Пелагея командаһына ҡабул ителеп, бәйгенең киләһе этабында Катрина Паула Диринга, Ранэль Богданов менән берлектә сығыш яһағандан һуң, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Наилә алыштан төшөп ҡалды. Әммә был беҙҙе – республика тамашасыларын – һис кенә лә көйһөҙләндермәҫ, сөнки моңло ҡыҙыбыҙҙы алда башҡа, хәҙер инде йәштәр кимәлендәге конкурстарҙа ҡатнашыу мөмкинлеге көтөп тора.


Вернуться назад