Социаль пенсия арта31.03.2015
Рәсәй Хөкүмәте 1,103 күләмендәге индексация коэффициентын раҫланы. Был яңылыҡ 3,7 миллион кешегә, шул иҫәптән 3 миллион пенсионерға ҡағыласаҡ.
1 апрелдән социаль пенсияның уртаса күләме — 777 һумға, инвалид балаларҙыҡы — 1069, инвалид хәрби хеҙмәткәрҙәрҙеке — 1095, хәрби бурыс үтәгән кешенең вафат булыуы сәбәпле балаларына түләү 924 һумға арта. Һуғышта имгәнеү һөҙөмтәһендә инвалид булып ҡалған кешеләрҙең, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының уртаса пенсия күләме 1248 һәм 1193 һумға үҫәсәк.
Бер үк ваҡытта ҡайһы бер башҡа түләүҙәрҙең дә артыуы күҙаллана. Мәҫәлән, “Рәсәй Федерацияһы алдындағы айырым ҡаҙаныштары һәм махсус хеҙмәте өсөн граждандарҙы өҫтәмә матди тәьмин итеү тураһында”ғы Федераль законға ярашлы билдәләнгән аҡсаның уртаса күләме 1482 һумға үҫеүе ихтимал.