Оҫталыҡ һәм рух күтәренкелеге тантанаһы31.03.2015
Ошо көндәрҙә Әбйәлил районындағы “Металлург-Магнитогорск” тау саңғыһы үҙәгендә быйылғы ХVIII ҡышҡы Сурдлимпия уйындарының тау саңғыһы этабы башланды.

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ярышта ҡатнашыусыларға һәм ҡунаҡтарға сәләмләү һүҙе ебәргәйне. Сурдлимпиаданы асыу тантанаһында уны респуб­ликаның йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта уҡып ишет­терҙе. Төбәк етәксеһенең тәбрикләүендә былай тиелә: “Тап ошонда, Урал тауы итәгендә, гүзәл Башҡортостан тәбиғәте ҡосағында юғары оҫталыҡты, ҡаҡшамаҫ команда рухын күрһәтеү, өр-яңы рекорд ҡуйыу өсөн яҡшы мөмкинлек бар.
Башҡортостан хаҡлы рәүештә илебеҙ­ҙәге спорт үҙәктәренең береһе тип иҫәпләнә. Сочиҙа үткән Олимпиадала һәм Паралимпиадала спортсыларыбыҙ туғыҙ миҙал яулағайны. Бөгөн бында ла яҡташтарыбыҙ, Башҡортостандағы тау саңғыһы мәктәбен тамамлаусылар Ришат Юлдашев, Марина Зверева һәм Денис Ябердин көс һынашасаҡ”.
2015 йылғы ХVIII ҡышҡы Сурдлимпия уйындарында донъяның 19 иленән 449 спортсы ҡатнаша. Республикабыҙҙан унда ике спорт төрө буйынса 11 кеше сығыш яһай.
Ярыштар тураһында тулы мәғлүмәтте алдағы һанда уҡырһығыҙ.






Вернуться назад