“Морат” тау саңғыһы үҙәге уҙған быуаттың 60-сы йылдарында барлыҡҡа килә. Заманында унда тәрбиәләнгән спортсылар Башҡортостанда ғына түгел, тотош Советтар Союзында танылыу яулай. Ә инде ошонда оҫталыҡ дәрестәре алған Ольга Логвинова, Людмила Реус (Кедрина) һәм Максим Кедрин Олимпия уйындарында ҡатнаша.Бай тарихлы тау саңғыһы базаһы бынан бер нисә йыл элек хәүеф аҫтында ҡалғайны. Үҙәктең заман талаптарына яуап бирмәүе, кәрәкле йыһаздың булмауы спортсыларҙы әҙерләүгә лә, ял ойоштороуға ла ҙур кәртәләр ҡуйҙы. Мәсьәләне Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов үҙ иғтибарына алғас ҡына, комплекстың яҙмышы ҡырҡа үҙгәрҙе.
Хәҙер “Морат”ты танырлыҡ та түгел. Халыҡ-ара стандарттарға яуап биргән тау саңғыһы үҙәге әллә ҡайҙан балҡып, саҡырып торғандай. Ундағы ете трасса ла уңышлы эшләй. Халыҡҡа уңайлы булһын өсөн күтәргестәр ҙә бар, шыуыу урыны яҡтыртыу ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Бынан тыш, яһалма ҡар яуҙырыу ҙа ойошторолған. Был иһә октябрҙән апрелгә ҡәҙәр саңғыла шыуыу мөмкинлеген булдырҙы.
– База ҡыҫҡа ғына арала танымаҫлыҡ үҙгәрҙе, – ти “Морат” комплексының директор урынбаҫары Валентина Носова. – Ял итергә теләгәндәр бермә-бер артты. Мәҫәлән, Яңы йыл байрамы осоронда беҙҙә биш меңдән ашыу кеше булып китте. Хәҙер Башҡортостандан ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән дә киләләр.
Белорет районы хакимиәте башлығы Владислав Миронов белдереүенсә, бындай комплекстың эшләүе төбәктең иҡтисадын үҫтереүгә тос өлөш индерә.
– Ауыр хәлдә ҡалған базаны тергеҙгәне өсөн район халҡы республика етәкселегенә сикһеҙ рәхмәтле, – ти Владислав Геннадьевич. – Рөстәм Зәки улы төҙөкләндереү эштәре менән килеп танышып киткәйне. Хәҙер “Морат” тау саңғыһы комплексы гөрләп тора, туристарҙың яратҡан урынына әүерелде.
Әйткәндәй, базалағы төҙөкләндереү эштәре бының менән генә сикләнмәй. Киләсәктә инвесторҙар ҡатнашлығы менән яңы административ корпус, кафе, ресторан, ял итеү бүлмәләре төҙөү күҙаллана.