Йәйгә сығырға ашыҡмағыҙ31.03.2015
Синоптиктар автомобиль тәгәрмәстәрен йәйгелеккә алмаштырыуҙы кисектереп торорға кәңәш итә.
Белгестәр, яҙ иртә килә, тип юраһа ла, ҡыш бирешергә уйламай. Һауа торошоноң берсә йылытып, берсә һыуытыуы арҡаһында юлдарҙа, айырыуса аяҙытҡанда, боҙлауыҡ була. “Яҙ быйыл, башҡа йылдар менән сағыштырғанда, иртәрәк килә. Әммә апрелдә лә яуым-төшөм көтөлә. Һауа температураһының түбәнәйеүе, ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы, төндәрен 2 градусҡа тиклем һалҡынайтыуы юлда хәлде ҡатмарлаштырасаҡ. Шуға күрә водителдәргә “йәйгә сығырға” ашыҡмаҫҡа кәңәш итәбеҙ”, ти “Башгидромет” үҙәге хеҙмәткәрҙәре.