Баш ҡаланың Киров районында йәшәйбеҙ. Йортобоҙ эргәһендә ташландыҡ бер нисә еңел машина ултыра, кемдеке икәнен дә белмәйбеҙ. Ҡар аҫтында ҡышлаусы автомобилдәр автоһәүәҫкәрҙәргә лә, юлаусыларға ла, коммуналь хеҙмәттәргә лә ҡамасаулай. Бигерәк тә коляска менән йөрөгән йәш әсәләр ыҙалай: улар мең бәлә менән тар тыҡрыҡтарҙан үтергә мәжбүр. Иртә менән урамға һауа һуларға сыҡһаң, ташландыҡ машиналар тирәләй араҡы шешәләре тәгәрәп ятҡанын күреп йән көйә. Коммуналь хеҙмәттәр урамды гел генә йыйыштырып өлгөрмәй бит. Йәйгеһен тәҙрәләре ватыҡ машиналар эсендә асарбаҡтар һәм наркомандар ҡунып сыға. Ошо эйәһеҙ транспорттан нисек ҡотолорға, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә икән?Альбина ВОРОБЬЕВА, юрист:– Машина хужаларын суд ҡарары нигеҙендә генә мөлкәтенән мәхрүм итеү мөмкин. Тиктомалдан бер кемдең дә милкен тартып алып булмай. Бының өсөн төплө сәбәп кәрәк. Әгәр ҙә машина урамда йә ишек алдында хәрәкәт итеүгә ҡамасаулай икән, ул юлдан алып ҡуйылырға тейеш. Хөкүмәт ҡарары, эвакуациялау тәртибе бар. Алты ай дауамында хужаһы табылмаһа, машина суд ҡарары нигеҙендә эйәһеҙ тип һанала.