“Теләктәшлек арҡаһында еңдек”28.03.2015
“Теләктәшлек  арҡаһында еңдек” Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Нәжметдин Фәтхетдин улын йортонда тап иттек. Үҙенсәлекле ҡапҡа, иркен ихата, ҙур өй — барыһы ла бында хәстәрлекле хужа йәшәгәнен белгертә. Ҡунаҡтарҙы тышта ҡаршыларға өйрәнгәс, беҙҙе күрмәй ҡалғанына үкенә фронтовик. “Ғәжәп бит, хәҙер машиналар тауышһыҙ, — ти ул. — Ә бит заманында “ҡорос ат”тарыбыҙ ажғырып торҙо, ниндәй генә бейеклектәрҙе яуламаны, ниместең ҡотон алып бөттө!” Ғөмүмән, 89 йәшлек Нәжметдин БУЛАТОВтың уртаҡлашыр хәтирәләре байтаҡ.


– Һуғыш берәүҙең дә йәшен һорап тормаған – илде һаҡларға өлкәндәр ҙә киткән, фронтҡа йәшләй алынғандар ҙа күп булған. Ҡулығыҙға мылтыҡ тотторғанда һеҙ нисә йәштә инегеҙ?
– 1943 йылдың 25 ноябрендә 17 йә­шем тулырға тейеш ине, уны ла көтөп тормай, фронтҡа ашыҡтым. Үҙемде әле­ге 16-17 йәшлектәр менән сағыштырам да, малай ғына булғанмын икән, тип аптырам ҡуям. Иртә өлгөрҙөк шул, донъя йөгөн иңгә йәшләй күтәрҙек. Иң башта Стәрлетамаҡ ҡалаһына алып килделәр, унан Өфөгә оҙаттылар. Артабан туп-тура Белоруссияға йүнәлдек. Ҡыҫҡа ғына ва­ҡытта һуғышҡа әҙерләнеләр. Тиҫтер­ҙәрем менән йәһәтерәк алғы һыҙыҡҡа барырға атлыҡтыҡ, фашисты өңөнә тиҙерәк ҡыуып индереү теләге ҙур ине.
Һауа-Десант ғәскәрҙәренә эләктем. Землянка тормошон кинонан ҡарап ҡына белмәйем, миңә яҡшы таныш ул. Мыл­тыҡтан атырға, парашюттан һикерергә өйрәттеләр, улай ғына ла түгел, үҙебеҙҙе­келәргә дошман тылынан кәрәкле мәғлүмәтте еткереп торҙоҡ.
– Еңеү һүҙен ҡайҙа ишеттегеҙ?
– Совет һалдатының батырлығына тиңдәр юҡтыр. Һәр метр ер өсөн алыш бик ҡыҙыу барҙы. Чехословакияға бәреп индек, дошман сигенеүен дауам итә. Ошо ил менән Германия сигендә ны­ғындыҡ. Бер иртәлә йәһәт кенә сафҡа теҙҙеләр, командирыбыҙ еңеү тура­һын­да иғлан итте. Шул саҡта кисергән тойғоно әйтеп аңлатырлыҡ түгел! Беҙ һуғышты берҙәмлек һәм теләктәшлек арҡаһында еңдек. Илебеҙ тарихындағы ҡот осҡос ҡан ҡойош тынғас та әле тыуған яҡтарға ҡайтармай оҙаҡ тоттолар. Аҙаҡтан хеҙмәтемде Приморье крайында дауам иттем. Көнсығышта хәлдәр тыныс түгел ине бит.
– Белеүемсә, күкрәгегеҙҙе биҙәгән “За отвагу” тигән миҙалығыҙ юғал­ған... Бик ҡыҙғаныс.
– Орден-миҙалдар араһында иң ҡә­ҙер­леһе, һүҙ ҙә юҡ, ошо “За отвагу” ми­ҙа­лы. Награданың ҡасан, кем тарафынан бирелеүе тураһындағы документтар һан­дыҡта ята. “Ниңә ҡабаттан юллап алмай­һың?” – тиҙәр миңә. Был турала бер ҙә уйланғаным юҡ. Мәсьәлә унда түгел бит, кителгә тағып ҡуйылған миҙал­дан башҡа ҡиммәттәр ҙә бар...
– Тыныс тормошта нисек йәшәне­геҙ?
– Фронтҡа киткәнгә тиклем Әлшәй районының Шафран һөнәрселек учили­ще­һында ветврач һөнәрен үҙләштерҙем. Һуғыш тамамланыуға биш йыл уҙғас ҡына, тыуған ауылыма ҡайтыу бәхете тәтене. Шунда уҡ еләктәй бешкән Рәмзиә исемле ҡыҙға күҙем төштө. Тотҡан ерҙән һындырырға булдым – һылыуҡайҙы кәләшлеккә һораттым. Һөнәрем бар, өйҙә тормошома ҡот өҫтәүсе Рәмзиәм көтә – тағы ни кәрәк! Мусаев исемендәге колхозда эшләнем тәүҙә, унан – Пугачев ху­жалығында. Ветврач та булдым, ат ҡа­раусы ла, малсы ла. Тыуған ауы­лы­быҙ­ҙың, илебеҙҙең киләсәге өсөн ты­рыштыҡ, күңелле осор булараҡ хәтеремә уйылған ул йылдар. Әле иһә балаларым атай-әсәй тип өҙөлөп тора, ейән-ейән­сәрҙәрем буй еткерә, шул бәхет түгелме ни?!
Көрсөк килер ҙә китер, иң мөһиме — донъялар имен торһон. Украиналағы ҡырылышты күреп-ишетеп йәнем өҙгө­ләнә. Кемгә кәрәк булды ул? Һис тә аңламайым...






Вернуться назад