Ауыл ҡото Илһам28.03.2015
Ауыл ҡото Илһам Ватан мәнфәғәтен ҡайғыртҡан уҙамандар менән аралашыуҙан кинәнес алаһың, улар алдағы көндәргә өмөт уята, ышанысты арттыра. Мәҫәлән, Илһам Аҡсурин – шундайҙар рәтендә. Йүнселдең ҡатмарлы иҡтисади хәлдәргә көйгәне тамсы ла һиҙелмәне, киреһенсә, алға ҡарап йәшәй ул. Шулай булмаһа, ошо хәтлем ҙур хужалыҡҡа етәкселек итә алыр инеме ни!?

– Февраль аҙағында көндәр апрель башын хәтерләтә ине, уның ҡарауы, аҙаҡ ҡар-ямғыр йонсотоп алды, – ти “Аҡсурин” крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужа­лығы хеҙмәткәре Илһам Аҡсурин. – Һәр саҡ мал тураһында уйларға күнек­кән­мен. Шуларға ғына ҡарап торабыҙ бит. Шөкөр, барыһы ла ҡышты көр сыҡ­ты, был, әлбиттә, йәйҙең һәр көнөн файҙалы итеп үткәргәнгә бәйле.
Илһам Шакир улы малсылыҡ тарма­ғын ғына алып барыуын түбәндәгесә аңлатты. Һәр кем үҙенең эше менән шөғөлләнергә тейеш, юғиһә, төрлө яҡҡа тартҡыланыу башлана, унан инде тарҡа­лыуға ла күп ҡалмай. Туғандары менән кәңәшләшкәндән һуң үҙенең эшен асҡан, ауылда үҫкәс, малсылыҡ тармағының нескәлектәрен биш бармағылай белә. Туғаны Рәфҡәт Ғәбдерәүеф улынан да күп нәмәгә өйрәнгән.
Хужалыҡ эштә һынатмай. Һыйыр ма­лын ике йөҙ башҡа еткергәндәр, килә­сәктә тағы ла арттырырға ниәтләйҙәр. Әйткәндәй, үгеҙҙәрҙе һимертеп һатыу эше юлға һалынған. Илһам Шакир улы­ның һүҙҙәренә ҡарағанда, лимузин то­ҡом­ло­һон яҡшы итеп ҡарағанда, уны өс ай эсен­дә дүрт центнер ауырлыҡҡа еткерергә мөмкин.
Ғөмүмән, фермер бөгөн ни менән шөғөлләнә, илде туйҙыра аламы? Ауыл хужалығы тармағына йән өрөүе, аҙыҡ-түлек запасына өлөш индереүе бәхәс­һеҙ. Бынан тыш, ул — ысын мәғәнәһендә тыуған төйәгенең ҡото. Ауылдаштары, техника менән ярҙам итеүҙе һорап, тик уға мөрәжәғәт итә. Айырыуса ҡыш миҙгелендә, юлһыҙлыҡ йонсотҡанда барлыҡ өмөт – фермерҙа. Өмәләрҙе кем ойоштора, төҙөкләндереү эшендә кем башлап йөрөй? Әлбиттә, улар. Бына ошо бурыстарҙы, шулай уҡ күҙгә күренмәгән бүтән эштәрҙе Батыр ауылы уҙаманы Илһам Аҡсурин командаһы менән бергә башҡара. Фермер бер нисә ир-атҡа хеҙмәт урыны булдырған. Малсылар әле бихисап эш менән мәшғүл. “Булат Ниғ­мәтуллин, Рәфҡәт Аҡсурин, Ринат Аҙы­ғоловтар тауҙы ла аҡтарыр!” – тип ғорур­лана етәксе.
Беҙҙә тырыштарҙы баһалайҙар, күтә­рәләр. Күптән түгел Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Илһам Аҡсуринды Почет грамотаһы менән бүләкләгән.
– Республика Башлығы Рөстәм Хәми­тов матбуғат баҫмаларына биргән интервьюһында ауыл хужалығы тема­һына айырым туҡталды. Етәксенең “Ауыл хужалығы өсөн яңы мөмкинлектәр осоро килде, был импортты алмаш­ты­рыуға бәйле: экзотик емеш-еләктән һәм йәшелсәнән тыш барыһын да үҙебеҙ үҫтерә алабыҙ” тигән фекере мине ҡанатландырҙы, фермерҙар күтәрелер тигән ышаныстамын, – ти йүнсел.
Илһам Шакир улы – оҫта йырсы ла. Берәй ваҡыт сәхнәләрҙе яулаһа, бер ҙә аптырамаҫбыҙ.





Вернуться назад