Гәзит уҡыусыларҙан хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса килгән һорауҙар артҡандан-арта. Уларға “Лига-М” юридик компанияһының директор урынбаҫары, хоҡуҡ белгесе Таһир Мансуров яуап бирә. Юрисҡа мөрәжәғәт итеү өсөн һорау@mail.ru электрон адресына хат яҙып ебәрергә йәки телефон аша редакцияның дәүләт һәм хоҡуҡ бүлегенә (272-35-20) шылтыратырға мөмкин.
Балалар ҡыҫынҡыла йөрөмәһен— Мин Ҡалтасы районында йәшәйем. Ошо арала мәктәпте бөтөрҙөләр, һәм балалар 25 саҡрым алыҫлыҡтағы күрше ауыл мәктәбенә йөрөп уҡый. 22 кешегә тәғәйенләнгән мәктәп автобусына 28 бала һәм бер оҙатыусы ултырып бара. Урын етмәй, балалар йонсой, ара яҡын түгел. Шулай эшләргә хоҡуҡтары бармы?
Зилә, Ҡалтасы районы.
— Һеҙгә, тәү сиратта, урындағы ауыл хакимиәтенә ялыу менән мөрәжәғәт итергә кәрәк. Әгәр ҙә улар һеҙҙең проблеманы хәл итеүҙә ярҙам күрһәтмәһә, ғариза менән прокуратураға мөрәжәғәт итегеҙ.
Юридик ярҙамһыҙ судҡа бармағыҙ— Уҡытыусы ҡыҙым педагогтар өсөн тәғәйенләнгән ятаҡта йәшәне. Ул бина бик иҫке ине. Баш ҡаланың төҙөлөш компанияларының береһе был урында яңы бизнес-үҙәк төҙөй башланы, ә унда йәшәүселәргә фатир бирергә вәғәҙә итте. 14 кешенең 11-е фатирлы йәки бүлмәле булды, ә бына ҡыҙыма һаман бер нәмә лә юҡ. Инде өс йыл суд дауам итә. Ниһайәт, 2011 йылдың 26 сентябрендә суд өлөшләтә беҙҙең талаптарҙы ҡәнәғәтләндерҙе. Уның буйынса ҡыҙыма кәм тигәндә 14 квадрат метр торлаҡ тейеш. Проблема шунда: башта суд ике ай буйы үҙенең ҡарарын бирмәне. Инде ҡарарҙы алғас, хәҙер Өфө ҡалаһы хакимиәте Юғары судҡа кассация ялыуы бирергә тейеш. Әммә тағы ике ай ваҡыт үтте, ә хакимиәт һаман судҡа ла бирмәй, фатир буйынса ла ҡарар юҡ. Ул мәсьәлә ун көн эсендә хәл ителергә тейеш түгелме ни?
Рузилә, Өфө ҡалаһы.
— Беҙҙә өс төрлө — солох, федераль һәм арбитраж суд бар. Солох һәм федераль судтарҙа суд ҡарарына ялыу биреү өсөн ҡарар менән танышҡандан һуң ун көн ваҡыт бирелә. Ғәҙәттә, федераль судтарҙың эше бик күп, һәм ҡайһы берҙә ҡарарҙы ваҡытында ебәреп өлгөрмәйҙәр. Әлеге ваҡытта ҡануниәткә үҙгәрештәр индерелеп, был срок бер айға тиклем оҙайтылған. Бынан тыш, ялыу биреүсе был ваҡытты оҙайтырға ла хоҡуҡлы. Бының өсөн ғәфү итерлек сәбәп булыуы шарт. Шуны аңлағыҙ: суд процесы еңел түгел һәм тиҙ генә үтмәй. Ғөмүмән, барыһы өсөн дә киләсәккә кәңәш шул: судта квалификациялы юридик ярҙамһыҙ ҡатнашыуы бик ауыр. Белгес булмаған кеше күп нескәлектәрҙе белмәй һәм эше еңелеүгә дусар булыуы ла ихтимал.