“Урал ауазы” яңғыраны28.03.2015
Өфөлә “Урал ауазы” II Халыҡ-ара оркестрҙар һәм халыҡ уйын ҡоралдары ансамблдәре конкурс-фестивале тамамланды.
Быйылғы сара ШОС саммитына арналды. Унда Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан, сит илдәрҙән 30-ға яҡын ижади коллектив ҡатнашты. Конкурс тыңлауҙары Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатында үтте. Жюри ағзалары сараны ойоштороуҙың һәм коллективтар әҙерлегенең кимәлен юғары баһаланы.
Бәйгенең төп бүләген Түбәнге Тубыл филармонияһынан “Тагильские гармоники” (художество етәксеһе – Александр Долматов) һәм Алматынан “Сазген сазы” (етәксеһе – Бағдад Телегенов) ансамблдәре, оркестрҙар араһында П.М. Милославов исемендәге дәүләт халыҡ хорының “Виртуозы Самары” халыҡ ҡоралдары оркестры (етәксеһе – Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Павел Третьяков) яуланы. Беренсе урынға Өфө сәнғәт училищеһынан ҡурайсылар ансамбле (етәксеһе – Айрат Ҡарасов) һәм халыҡ уйын ҡоралдары оркестры (етәксеһе – Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы отличнигы Василий Слягузов), шулай уҡ Өфө районынан “Премьер квартет” ансамбле (етәксеһе – Ирина Куравина), Пермь крайы филармонияһының урыҫ халыҡ уйын ҡоралдары оркестры (художество етәксеһе – Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, профессор Виктор Салин) лайыҡ булды.