Иглинда – яңы етәксе28.03.2015
Иглин район Советы Ғафуан Шәйхетдиновты контракт буйынса район хакимиәте башлығы итеп раҫланы.

Ғафуан Шәйхетдинов 1962 йыл­да Нуриман районында тыуған. Башҡорт дәүләт аграр университетын, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған.
Төрлө йылдарҙа ВЛКСМ-дың Иг­лин райкомында, ошо уҡ район хаки­миәтендә йәштәр эштәре бү­ле­­ге мөдире, башлыҡтың социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫа­ры, Өфөнөң Совет районы хаки­миәте башлығының кадрҙар бу­йынса урынбаҫары, Башҡорт­остан Президенты Хакимиәтендә территориялар һәм кадрҙар менән эшләү идаралығы советнигы булып эшләй.
2010 йылдың октябренән әле­гә тиклем Йәрмәкәй районы хакимиәте башлығы булды.


Вернуться назад