Миҙгел һынауына һынмаҫбыҙ28.03.2015
Быйылғы ҡыш йылы булһа ла, ҡар күпләп яуҙы, өҫтәүенә тупраҡ дымлы. Шуға синоптиктар Башҡортостандағы йылға-күлдәр үткән йылдар менән сағыштырғанда боҙҙан иртәрәк асылыр тип күҙаллай.
– Республикала ташҡынға бәйле хәл тотороҡло, әммә уға әҙерлек буйынса саралар тулыһынса атҡарылырға тейеш, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев республиканың ташҡынға ҡаршы, ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү комиссиялары ултырышында.
Яҙын һыу һаҡлағыстарҙы һыу менән тәьмин итеп өлгөрөү – көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе. Гидротехник ҡоролмаларҙың хәүефһеҙлегенә килгәндә, уларҙың күбеһе ремонт талап итә, ҡайһы берҙәренең хатта хужаһы юҡ.
Республикала 41 муниципаль берәмеккә ҡараған 258 ҡала-ауылдың, 80 мең кеше йәшәгән 20 меңдән ашыу йорттоң һыу аҫтында ҡалыу ихтималлығы бар.
Ташҡынды “ауыҙлыҡлау” өсөн 10 меңдән ашыу кеше, 2 меңдән күберәк техника, 100-ҙән ашыу йөҙөү ҡоролмаһы әҙер.
А. ӘХМӘТОВА.