Түбәнән һыу аға...28.03.2015
Әллә күпме аҡса түгеп алған фатирҙың түбәһенән һыу тамсылай, тәҙрә төбөнән ел үтәләй өрә, торбалар йылытмай, коммуналь түләүҙәр хайран ҡалдыра. Ошо етешһеҙлектәр халыҡтың кәйефен боҙа, төрлө ойошмаларға ялыуҙар яҙырға, суд юлын тапарға мәжбүр итә. Торлаҡты һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса Башҡортостан Дәүләт комитетының коллегияһында ошо һәм башҡа мәсьәләләр хаҡында һүҙ барҙы.
Төбәк Башлығы Рөстәм Зәки улы ҡалаларҙа, ауылдарҙа сифатһыҙ төҙөлгән биналарҙың әллә ҡайҙан күҙгә ташланыуы, хатта ҡайһы берҙәренең рөхсәтһеҙ һалыныуы хаҡында борсолоп һөйләне.
– Барығыҙ ҙа үҙегеҙҙең төбәктәге һәр объект, төҙөлөш өсөн яуап бирәһегеҙ. Шуға ла эш сифатын тикшереүгә ныҡлы әһәмиәт бирегеҙ, – тине республика етәксеһе коллегияла ҡатнашҡан ҡала һәм район етәкселәренә.
Торлаҡты һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса Башҡортостан Дәүләт комитеты рәйесе Илдар Замалетдинов үҙ сығышында былтырғы эш һөҙөмтәләренә асыҡлыҡ индерҙе. Үткән йыл 15 мең 302 кешенең ошо юҫыҡтағы мәсьәләләр буйынса мөрәжәғәт итеүе, уларҙың күбеһе тикшерелеп, хәлдең асыҡланыуы, бурыстарына илке-һалҡы ҡараған етәкселәргә ҡәтғи саралар күрелеүе, был эштең артабан да дауам итәсәге хаҡында белдерҙе.