Ҡытай килгәс, ҡытлыҡ булмаҫ28.03.2015
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Ҡытай Халыҡ Республикаһының Рәсәйҙәге илсеһе Ли Хуэй менән осрашты. Улар сәнәғәт, сауҙа иҡтисады, инновация, ғилми хеҙмәттәшлек хаҡында фекер алышты, ике аралағы бәйләнештәрҙе нығытыу мәсьәләләрен өйрәнде.

– Ҡытай – ышаныслы партнерыбыҙ. Иҡти­садты ғына алып ҡарайыҡ – ике республика араһындағы тауар әйләнеше яҡынса 700 мил­лион долларға етте, – тине Рөстәм Зәки улы. – Ҡытай компаниялары Башҡортос­танда үҙҙәрен күптән танытты. Мәҫәлән, элемтә сараларын етештергән “Хуавэй” компания­һы­ның беҙҙең эшҡыуарҙар менән берлектәге проекты 20 йылдан ашыу уңышлы эшләй. Ғөмүмән, бындай миҫалдар бихисап.
Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, һуңғы йылдарҙа Ҡытай Халыҡ Республика­һының провинциялары менән бәйләнеш ны­ғый. Әле 200-ҙән ашыу инвестиция проекты өйрәнелә, алдағы ике-өс йылда ҡайһы берҙә­ренең тормошҡа ашыры күҙаллана.
– Хеҙмәттәшлек алып барылған йүнә­леш­тәр бик күп. Барыһы ла тотороҡло, тиҙ үҫә. Пландар ҙа ҙур. Бынан тыш, Ҡытай Халыҡ Рес­публикаһы эшҡыуарҙарына урындағы предприятиелар етештергән ҡоролмаларҙы, технологияларҙы ла тәҡдим итергә әҙербеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов.
Хеҙмәттәшлектең яңы мөмкинлектәр асыуын илсе Ли Хуэй ҙа билдәләне.
— Күп мәсьәләләр буйынса Башҡортостан менән уртаҡ тел табыуыбыҙға бик шатбыҙ. Киләсәктә хеҙмәттәшлекте тағы ла киңәйтер­гә иҫәп тотабыҙ, – тине ул.
Рөстәм Хәмитов менән Ли Хуэй ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерлек тураһында ла фекер алышты.






Вернуться назад