Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы Терминология хеҙмәте һәм Башҡорт дәүләт университеты башҡорт теленән төбәк кимәлендә диктант ойоштора.Унда теләгән һәр кеше ҡатнаша ала. Ҡағиҙәһе урыҫ теленән тоталь диктанттыҡы кеүек үк.
“Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам!” тигән девиз аҫтындағы сара 11 апрелдә сәғәт 10-да Башҡорт дәүләт университетының төп корпусында (З.Вәлиди урамы, 32-се йорт, 02-се аудитория) һәм БДУ-ның башҡа ҡалаларҙағы филиалдарында уҙғарыла.
Бүтән урындар халҡы диктант яҙыуҙы үҙаллы ойоштора, йәғни онлайн режимында яҙа ала. Бының өсөн 2 апрелдән БДУ-ның regdict.ru сайтында теркәлергә кәрәк. Ошонда уҡ диктанттың һөҙөмтәһен, шулай уҡ акцияға бәйле башҡа мөһим мәғлүмәттәрҙе табырға була.
Ойоштороу комитеты.