“Башҡалар ҙа уҡып ҡыуанһын!”28.03.2015
“Башҡалар ҙа уҡып ҡыуанһын!” “Ҡан-ҡәрҙәштәргә – китап” акцияһы дауам итә, хөрмәтле уҡыусылар! Ошо уңайҙан әленән-әле редакция ишеген шаҡыған милләттәштәребеҙ байтаҡ.

Зәхирә апай Ғәйнуллина – сығышы менән Миәкә районының Бикҡол ауылынан. Йәш са­ғында баш ҡалаға сығып киткән һәм төҙө­лөш­кә эшкә урынлашҡан. Бөгөн фатирлы булып, улының ғаиләһе менән бергә татыу ғүмер итәләр. Ейәндәре Ф. Мостафина исе­мен­дәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимна­зия­һында белем ала.
– Өйөбөҙҙә башҡорт яҙыусыларының китаптары бик күп. Ошо акцияны иғлан иткәс, беҙ ҙә ҡушылайыҡ әле тип дәртләндем. Ләлә апай Бейешева ла ҡеүәтләп ебәрҙе. Беҙ бит – китап уҡып үҫкән быуын. Башҡалар ҙа, бигерәк тә милли баҫмаларға зар-интизар булып ултырған халҡыбыҙ ҡыҙҙары һәм улдары уҡып ҡыуанһын әле тип алып килдем был хазиналарҙы, – тине апайыбыҙ, мөләйем йылмайып.
Башҡортостандың һүҙ оҫталары Мостай Кәрим, Әхиәр Хәкимов, Риф Тойғондоң һәм башҡа бик күп әҙиптәрҙең китаптарын ҡал­дырҙы ул беҙгә. Рәхмәт яуһын, апай, изгеле­ге­геҙ өсөн. Зәхирә Зәхмәтулла ҡыҙынан үрнәк алайыҡ, хөрмәтле милләттәштәр!


Вернуться назад