Башҡортостан сәйәхәтселәре рейтингы28.03.2015
1. Сания Сәғитова.
70 йәшен уҙған инәй утыҙ йыл дауамында автостоп ысулы менән сәйәхәт итә. Ошо осорҙа ул 40-тан ашыу илдә булған. Ҡайҙалыр сәйәхәткә сығыр алдынан тәү сиратта илдең үҙенсәлектәрен өйрәнә, маршрут төҙөй. Интернетта үҙ сайты юҡ. Киләсәктә Сания апай сәйәхәттәре тураһында китап сығарырға ниәтләй. Гәзит биттәрендә уның тураһында бер нисә мәҡәлә сыҡты. Яҙмалар менән “Башҡортостан” гәзитенең сайтында танышырға мөмкин.
2. Стас Сырыгин.
Стас — Өфө ҡалаһынан. Велосипедта сәйәхәт итә. Әле ул АҠШ буйлап сәфәр ҡыла. Маршруты Нью-Йорк, Атлантика буйы, Лос-Анджелес аша үтә. Уға был юлы яҡынса биш мең саҡрым ара үтергә кәрәк.
3. Артем Воронков.
Стәрлетамаҡтан. Эшен ташлап, сәйәхәт итергә сығып киткән. Ҡытайҙы автостоп менән үткән. Мотоциклда Вьетнамға барған. Әле Тайландта эшләп йөрөй, аҡса туплай. Пхукет утрауы буйлап сәйәхәт иткән, 3500 километр ара үткән.
4. Ришат Солтанов. (Уның менән әңгәмәне ошо биттә уҡығыҙ).
5. Руслан Алмаев.
Хәйбулла районы егете. Өфөлә уҡып йөрөгән еренән, тормошон ҡырҡа үҙгәртеп, сәйәхәткә сығып киткән. Интернет селтәре аша эшләй. Төрлө ысулдар менән сәйәхәт итә. Әле Тайландта.
6. Нурия Catflat
Төрлө ысулдар менән сәйәхәт итә. Бер илде һайлап, уны ныҡлы өйрәнә, халҡы, аш-һыуы, ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныша. Уның сағыу фотоһүрәттәре менән Интернет селтәрендә танышырға була.
7. Камил Йыһаншин.
Яҙыусы. Кеше аяғы баҫмаған ерҙәрҙе үҙ итә. Сәйәхәттәре тураһында ҡыҙыҡлы яҙмалары менән матбуғат биттәрендә сығыш яһай. Уның ижады менән махсус сайтта танышырға була.
8. Тимур Сәлихов.
Төрлө илдәрҙә сәйәхәт иткән. Сәхифәләрен сағыу фотоларҙа ла, видеояҙмаларҙа ла күрергә мөмкин. Быйыл ғинуарҙа Азия сиктәрендәге иң бейек нөктәләрҙең береһе Аконкагуаға менгән.
9. Руслан Фаршатов.
Уның программаһы “Ҙур сумаҙан” тип атала. Маҡсаты — сит илдә яңғыҙың тороп ҡалып, иң тыныс, иң шаулы ерҙе табып, урындағы халыҡтың бер йырын өйрәнеп, уны кеше күп йөрөгән ерҙә башҡарыу һәм йыйған аҡсаңа киске аш һатып алыу.
10. Альбина Хәкимова.
Урындағы банктарҙың береһендә өс йылдан ашыу эшләгәс, тормошон үҙгәртергә була һәм сит илгә сығып китә. Үҙен ҡыҙыҡһындырған илдең телен өйрәнеп, туризм өлкәһендә эшләй. Әле Доминикан Республикаһында төпләнгән.