Үҙ тыуған еремдә, бигерәк тә Нөгөш буйында ял итергә яратһам да, форсат тейгәндә сит илгә лә сығам. Төркиәлә инде өс тапҡыр булдым. Диңгеҙ һауаһы, көньяҡ ҡояшы, йәшелсә-емеш күплеге, йомшаҡ климат организмға ыңғай тәьҫир итә. Бында ял итеү үҙебеҙҙең илдәгенән байтаҡҡа осһоҙораҡ та, ә был пенсия йәшендәгеләр өсөн айырыуса мөһим. Төркиәгә социаль путевкалар буйынса килгәндәр ҙә бар. Быйыл Урта диңгеҙ (Аҡ диңгеҙ) буйындағы Аланья ҡалаһында ял иттем.Барған бер ерҙең тарихы менән ҡыҙыҡһынам, экскурсияларға йөрөйөм. Аланияла бейек тау башында урынлашҡан, беҙҙең эраға тиклем төҙөлгән ҡәлғәлә булдым, Солтан Сөләймән булып киткән мәсеттең хәрәбәһен күрҙем. ”Дамлаташ” мәмерйәһе лә ҡыҙыҡлы — уның тоҙҙан торған диуарҙары тын юлын дауалай. Яхтала йөҙөү, элек пираттар йәшеренгән мәмерйәләрҙе күреү, диңгеҙҙә пираньяларҙы ашатыу ҙа хәтерҙә матур иҫтәлек булып уйылып ҡалды.
Былтыр боронғо Эфеста Мәрйәм ана йортон, кешеләрҙең иң ҙур теләктәре яҙылған ҡағыҙҙар менән сыбарланған стенаны, меңәрләгән китап һаҡланған китапхананы, һигеҙ мөғжизәнең береһе булған Артемида ҡорамының хәрәбәләрен, амфитеатрҙы күреп, тарих төпкөлөнә ҡайтҡандай булдым. Мәрмәр һарайҙарҙан таш өйөмдәре, һис юғында, колонналар ғына ҡалған, әммә мөһабәтлеген юғалтмаған. Был шул заман кешеләренең ни тиклем аҡыллы, тырыш булғанын күрһәтә. Беҙҙең эраға тиклем үк һыу үткәргес торбалар, мунсалар, спорт залдары булған. Төрөк иле бер нисә тиҫтә милләт мәҙәниәтен берләштерә һәм тарихи урындарға бай. Шуға ла бында кемде генә осратмаҫһың! Памуккаленың термаль һыуҙары ла үҙенә саҡырып торғандай. Дүрт диңгеҙ буйында һәр кемдең күңеленә хуш килерлек отелдәр бар. Юлдарҙың төҙөклөгө айырыуса һоҡландыра. Үҙҙәренең нефте, газы булмаһа ла, етеш йәшәйҙәр. Туризмдан ғына бихисап табыш алына. Йәшелсә-емеште күпләп сит илгә сығаралар. Урында етештерелгән тауарға өҫтөнлөк бирәләр һәм бар кәрәк-яраҡты үҙҙәре эшләйҙәр. Телевизорҙан да тик төрөк фильмдары күрһәтелә һәм милли йырҙар яңғырай. Илһөйәрлек, эшһөйәрлек хөкөм һөрә, бушҡа аяҡ кейеме туҙҙырып йөрөгән кешене күрмәҫһең. Илен, ерен гөлгә күмеп йәшәй төрөктәр. Һатыу һөнәренә лә уларҙан өйрәнергә кәрәк. Был эшкә бәләкәйҙән әҙерләнә төрөк балалары: ата-әсәһенең эргәһендә иш янына ҡуш булып, сауҙа серҙәренә төшөнә, һәр тиндең ҡәҙерен белеп үҫә.
Диндең көслө булыуы урлашыуҙың, эскелектең юлын япҡандыр, моғайын. Йыш ҡына кибеттә һатыусы күренмәй ҙә, ә әйбер урлаусы юҡ. Ошо күренеш беҙҙең илдә булһа?.. Туристар өсөн спиртлы эсемлектәрҙең сикләнмәүе Рәсәй кешеләрен тамам аҡылдан яҙҙыра. Болғанып йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы күреү бигерәк тә аяныс. Урындағы ғөрөф-ғәҙәтте һанламай, пляж кейемендә урамға сығыуҙары, ашарға килеүҙәре лә килешмәй, төрөктәрҙә ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. “Сит ҡорамға үҙ ҡануның менән инмәйҙәр”, тиҙәр бит.
Дөйөм алғанда, телебеҙ оҡшаш, динебеҙ бер. Ҡәрҙәштәребеҙҙән күп нәмәгә өйрәнергә мөмкин. Үҙебеҙҙең тормошто уларҙыҡы менән сағыштырғанда, етешһеҙлектәребеҙ асығыраҡ күренә. Шуға ла ололар: “Сит илдәргә сығып ғибрәт ал”, – тип әйткәндер инде.