Һәр йәшниктә — гәзит28.03.2015
Һәр йәшниктә — гәзит Йырҙағыса, ауылдағы барлыҡ кешенең дә аһ-зарын, ҡайғы-хәсрәтен, шатлыҡ-ҡыуанысын белгән, бөтә кешенең дә сере һыйған почтальондан башҡа кем бар икән?.. Интернет, сымһыҙ телефон һәм башҡа алдынғы технологиялар заманында ла Дөмәй ауыл Советы биләмәһендә йәшәгән кешеләргә бер матур сифат хас – улар уҡырға ярата.

Әлеге төбәккә ингән Дөмәй, Үрнәк һәм Баҙы-Ҡуян ауылдарында барлығы 460 йорт, шу­ның 400-гә яҡынында йәшәйҙәр. Бына шулар 680 дана матбуғат баҫмаһы алдыра. “Башҡорт­остан” гәзите­нең дә үҙ уҡыусылары, тоғро дуҫтары бар бында.
– Ысынлап та, беҙҙең төбәктә күп уҡыйҙар, һәр почта йәш­нигенә гәзит ҡуйыла, — тип һөйләй Дөмәй почта бүлексәһе етәксеһе Ильвина Ғайсина.
Тимәк, почтальондарҙың сумкалары бер ҡасан да буш булмай. Коллектив хеҙмәткәрҙәре күрһәткестәр буйынса күптән инде иң тотороҡлолар рәтендә. Бында бик тә иғтибарлы, мөләйем өс ханым эшләй. Ләйлә Дәүләтова менән Лилиә Ғайсина һөнәренә шаҡтай ғүмерен бағышлаған. Улар халыҡҡа 26 йыл дауамында почта тарата. Үҙҙәренең ҡарамағындағы Дөмәй, Баҙы-Ҡуян ауылдарын аҙнаһына дүрт тапҡыр йөрөп сығалар. Ирина Ғабдрахманова иһә 2001 йылдан бирле эшләй, Дөмәй һәм Үрнәк ауылдарын хеҙмәтләндерә. Был уңғандар гәзит-журнал таратып ҡына ҡалмай, оло йәштәгеләргә пенсия илтеп биреп тә һөйөндөрә, башҡа бик күп эште лә башҡара. Гәзит-журналдарҙың тиражын һаҡлауҙа почтальондарҙың да өлөшө ҙур. Ваҡытында килтереү, кешегә яҡты йөҙлө булыу матбуғаттың таралыуына ыңғай йоғонто яһай.
Ауылдаштары улар менән яңылыҡтар хаҡында һөйләшергә, шатлыҡтарын, хәстәрҙәрен уртаҡлашырға ла ярата. Шуғалыр ҙа эштәре лә гел уң бара почта хеҙмәткәрҙәренең, кешеләр ҙә уларға яҡшы мөнәсәбәттә.
“Уҡыһаң, белемең артыр, уҡымаһаң, белгәнең дә онотолор”, “Эшләгәндең — ҡулынан, уҡығандың теленән билдәле” тигәндәй, Фәнзирә Зәйнетдинова — башҡорт телендәге гәзит-журналдарын күпләп алдырған уҡытыусы. Тимәк, балалары ла унан өлгө ала. Киләсәктә лә дөмәйҙәр матбуғатҡа яҙылыу буйынса алдынғылыҡты бирмәҫ тип ышанғы килә.







Вернуться назад