Партияның абруйын хеҙмәте күрһәтә27.03.2015
Ошо көндәрҙә “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһендә быйыл көҙ уҙасаҡ муниципаль һайлауҙар өсөн праймериз үткәреү тураһында килешелде. Партия эсендә алдан һайлау апрель – майҙа буласаҡ.

Сараны Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе, партияның Төбәк сәйәси советы секретары Константин Толкачев алып барҙы. Ул залдағыларҙы әлеге һайлауға мөмкин тиклем иғтибарлыраҡ булырға саҡырҙы, сөнки урындағы депутат – халыҡҡа иң яҡын торған власть вәкиле, уның эшенә ҡарап, етәкселектең нисек эшләүе тураһында фекер йөрөтәсәктәр.
– Партия – тәү сиратта атҡарылған бурыстар ул. Беҙҙең эшмәкәрлек — “Берҙәм Рәсәй” тормошҡа ашырған аныҡ сараларҙың ысын күрһәткесе. Бөгөн партия һәр кем өсөн аңлайышлы, ябай мәсьәләләрҙе хәл итеү менән шөғөлләнә. “Рәсәй ҡалаларының яңы юлдары”, “Балалар баҡсаһы — сабыйҙарға”, “500 бассейн” кеүек проекттар киң танылғандар иҫәбендә. Уларҙың тормошҡа ашырылыуына, һөҙөмтәләренә контролде көсәйтеү генә түгел, социаль базаны киңәйтеү, эшкә граждандарыбыҙҙы күпләп йәлеп итеү зарур. “Берҙәм Рәсәй”ҙең ҡатнашыуын талап иткән бурыстар бик күп, партия проекттары уларҙы тормошҡа ашырыуҙа төп урынды биләй, – тине Константин Толкачев.
Әйткәндәй, урындағы үҙидара органдарына һайлау быйыл 13 сентябрҙә үтәсәк. 773 ауыл Советында, Приют һәм Шишмә ҡасабаларында йәмғеһе 7 335 депутат һайланасаҡ.




Вернуться назад